Башҡорт режиссеры Айрат Абушахмановтың «Джут» спектаклен Будапештта үткән Халыҡ-ара театр олимпиадаһында күрһәтәсәктәр.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — фестиваль программаһына индерелгән Рәсәй тетарҙары араһында берҙән-бер сәхнә әҫәре.
Бындай ҡарарҙы Рәсәй милли театрҙар ассоциацияһы советы рәйесе, халыҡ-ара театр олимпиадаһы комитеты ағзаһы, актер Валерий Фокин ярҙамында ҡабул иттеләр, тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте. "Республикала театр мәҙәниәте кимәле бик юғары, тап Башҡорт драма театры олимпиадала Рәсәй исеменән сығыш яһау өсөн һайланған", — тип билдәләне Валерий Фокин республика Башлығы Радий Хәбировҡа яҙған хатында.
- Башҡортостан коллективының бындай статуслы форумда ҡатнашыуы сит илдәрҙә Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтәсәк». "Джут" драма спектакле, ҡаҙаҡ сығышлы Рәсәй драматургы Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса ижад ителгән, Ул Ҡаҙағстанда 1930 йылдарҙағы аслыҡ тарихы тураһында һөйләй. Башҡорт дәүләт академия дарма театрында постановканың премьераһы 2015 йылдың 16 октябрендә булғайны.
Фото: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының матбуғат хеҙмәте