+19 °С
Облачно
Новости
22 Июня 2023, 18:01

Ҡәнәғәт булыр эштәре күп уның

-

"Атайсал" форумында ҡатнашҡанда "Эшләгән эшҽңдән ҡәнәғәтләнҽу тойғоһы алыу - кҽшҽ өсөн иң ҙур бәхет, иң ҙур маҡсат", тип әйткәйне Азамат Юлдашбаҽв. Бөгөн ауылдаштарым мҽнән кәртәләп, төҙөкләндҽргән Бүре ҡоҙоғон Аҡъярҙан ҡайтышлай өҫтәл, ултырғыстарын йышҡылап, лаклап, матурлап киттҽм, - тип, мең мәшәҡәте араһында ваҡыт табып, ҡылған эшенән ҡәнәғәт булып тора Хәйбулла районы Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Таһир Юнысов.
Ә ҡәнәғәт булыр эштәре күп уның. Быны ауыл биләмәһе халҡы ғына түгел, районда ла бик яҡшы беләләр. "Айыҡ ауыл" бәйгеһендә еңеп сығыу һәм башҡа һәр төрлө мәҙәни сараларҙа ла, биләмә халҡы талапсан һәм үҙ эшен белеп башҡарған етәксенең ҡулы аҫтында республика кимәлендә абруй һәм хөрмәт ҡаҙана.
Биләмә башлығы кәрәк саҡта гармунын да уйнап, ер һелкетә баҫып бейеп тә ебәрә. Оҫта ҡуллы уҙаман төҙөлөш эштәрендә лә алыштырмаҫ архитектор, дизайнер. Район үҙәгенән һәм ҙур ҡалаларҙан алыҫ ятҡан ауылдар хужаһы ярҙам көтөп ауыҙ асып ултырмай, һәр төрлө техниканы ла ауыҙлыҡлап, кәрәк сағында янғын һүндереүсе лә булып, кәрәк икән ҡар йырыусы ла булып китә.
Ошондай ысын хужалар ил тотҡаһы ла инде.

Дуҫтар, бармы һеҙҙә лә дәртле лә, дарманлы ла етәкселәр?

Ҡәнәғәт булыр эштәре күп уның
Ҡәнәғәт булыр эштәре күп уның
Автор:
Читайте нас