+30 °С
Облачно
Новости
21 Июня 2023, 10:00

Өфө ҡыҙы Ҙур театр балеринаһы булды

Өфөлә тыуып үҫкән, Ваганова исемендәге Рус балеты Академияһын (Санкт-Петербург) тамамлаған 18 йәшлек Софья Вәлиуллина Рәсәйҙең Ҙур театры балеринаһы булды.

Софья Ҙур театр штатына алынды һәм репетиция класында шөғөлләнә башланы.

 

19 июндә А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты Академияһының 2023 йылғы сығарылыш спектаклдәр серияһы тамамланды. Өс спектаклдән торған беренсе блок традицион рәүештә Мариин театрында үтте, тағы ла ике спектакль Мәскәүҙә, Дәүләт Кремль һарайында 18 һәм 19 июндә күрһәтелде.

 

Быйыл программаға Академия ректоры вазифаһын башҡарыусы Николай Цискаридзе төҙөгән ике сюита инде, улар стиле һәм кәйефе буйынса бик ныҡ айырыла, тип хәбәр ителә Ваганова исемендәге Академияның сайтында. Бүлектәрҙең береһендә Совет драмбалеттарының алтын фондына ҡараған А.Крейн музыкаһына Вахтанг Чабукиани хореографияһында «Лауренсия» балетынан сюита күрһәтелә (1939). Лауренсия һәм Фрондосоның төп партияларын быйылғы сығарылыш уҡыусылары Софья Вәлиуллина һәм Лука Добош (Румыния) башҡарҙы.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Софья Вәлиуллина Өфөлә тыуған һәм бейеү менән биш йәшендә Өфөнөң «Браво» бейеү театрында Светлана Харисовала шөғөлләнә башлаған. Бер нисә тапҡыр Санкт-Петербургта, Өфөлә, Новосибирскиҙа, Екатеринбургта һәм Ҡазанда халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты була, Владимир Спиваковтың хәйриә фонды стипендиаты була. Бер нисә йыл элек Софья әсәһе, пианист-концертмейстер Гөлназ Вәлиуллина менән Санкт-Петербургҡа күсеп килә һәм А.Я. Ваганова исемендәге рус балеты Академияһына уҡырға инә. Балеринаны даими рәүештә балет менән бәйле ҡыҙыҡлы проекттарҙа ҡатнашырға саҡыралар. 2015 йылда Софья «Russia Today» каналында «И это все — балет» сериалының героиняһы була, «Душа балета» видеопроектында төшә, балет кейеме брендтарының йөҙө була.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-20/urozhenka-ufy-sofya-valiullina-stala-balerinoy-bolshogo-teatra-rossii-3307463

 

Өфө ҡыҙы Ҙур театр балеринаһы булды
Өфө ҡыҙы Ҙур театр балеринаһы булды
Өфө ҡыҙы Ҙур театр балеринаһы булды
Өфө ҡыҙы Ҙур театр балеринаһы булды
Өфө ҡыҙы Ҙур театр балеринаһы булды
Автор:
Читайте нас