Кисә Хәйбулла районында илдә иң ҙур ҡорот эшләү буйынса яңы рекорд ҡуйылған. 442,6 килограмлыҡ милли ризыҡты Рәсәйҙең Рекордтар китабы эксперты теркәгән.
Был ҡоротто киптереп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәрәләр икән.
Хәйбулла ере ҡорот эшләү оҫталары менән дан тота. Уңған хужабикәләр әҙерләгән һөт ризыҡтары, ҡорот һәм эремсек төрлө күргәҙмәләрҙә күрһәтелә, улар – райондың бренды.
Ҡорот – төрки халыҡтары араһында иң киң танылған һөт ризыҡтарының береһе. Ул төрки телендәге "ҡыры" йәки "ҡоро" һүҙенән килеп сыҡҡан.