Иртәнге 9-ҙан төшкө 1-гә тиклем - Салауат Юлаев исеме менән бәйле иң яҡшы сувенир продукцияһына «Оран» республика конкурсы;
Башҡорт күпбәйгеһе буйынса «Салауат бәйгеһе» асыҡ турниры;
Көндөҙгө сәғәт 1-се яртыла «Беҙ - Салауат тоҡомо» республика конкурсы барышында егеттәр араһында - «Салауат батыры», ҡыҙҙар араһында «Йөҙөк ҡашы - Зөләйха» конкурстары уҙғарыла;
11 тула 20 минуттан 12-гә тиклем - Һабантуйҙы асыу тантанаһы;
1-се яртынан 2-гә тиклем – Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары белгестәре араһында «Ялҡын» вокал сәнғәте асыҡ конкурсы.
Быларҙан тыш, байрам ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларҙы ат сабыштары, «Көрәш» бәйгеһе, спорт һәм халыҡ уйындары көтә.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Салауат районы муниципаль район хакимиәте, «Girzamusic» продюсерлыҡ үҙәге.