+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь 2023, 11:45

"Медиайыйын" сиктәрендә республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына наградалар тапшырылды

Бөгөн, 6 июндә, Өфөлә «Медиайыйын-2023» киң мәғлүмәт саралары форумы үтә. Унда республика медиаберләшмәһенең 600-гә яҡын вәкиле, шулай уҡ федераль ҡунаҡтар - Рәсәй журналистар Союзы рәйесе Владимир Соловьев, Russia Today каналының баш мөхәррир урынбаҫары Анна Белкина Һәм Рәсәй медиаберләшмәһенең башҡа билдәле һәм абруйлы вәкилдәре ҡатнаша. Форумдың тантаналы өлөшө сиктәрендә республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына  наградалар тапшырылды. Башҡортостандың журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовҡа Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡулынан Рәсәй Президентының рәхмәт хатытапшырылды.

Шулай уҡ БР Башлығы указы менән БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡоловаға "БР Атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде, тип хәбәр итә ваҡиға урынында «Башинформ» хәбәрсеһе. Республика Башлығының рәхмәт хаты менән:

- Ғәббәсов Валерий Илгиз Улы - "Башҡортостан" телерадиотапшырыуҙар компанияһы телевидение студияһының мәғлүмәт программалары  редакцияһының спорт программалары бүлеге режиссер-монтажлаусыһы,

- Ҡорбанова Лилиә Радик ҡыҙы - "Башҡортостан" телерадиотапшырыуҙар компанияһының  телевидение студияһы мәғлүмәт программалары  редакцияһы  мөхәррире,

- Таймаҫханова Динара Мәүлит ҡыҙы - "Башҡортостан" телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһының мәғлүмәт программалары  хәбәрсеһе,

- Шәмсетдинов Артур Артур улы - "Башҡортостан" телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһының мәғлүмәт программалары  комментаторы.

Рәсәй журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев та республика киң мәғлүмәт саралары журналистарының юғары кимәлен билдәләне. Ул шәхсән БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизовҡа Рәсәй журналистар союзының «профессиональ берләшмә алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһен тапшырҙы.

Башҡортостан журналистар Союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовҡа Рәсәй журналистар Союзының  "Профессионализм. Намыҫ. Лайыҡлылыҡ"  Почет билдәһе тапшырылды.
 
Юғары профессиональ ҡаҙаныштары, төбәк журналистикаһын үҫтереүгә индергән өлөшө, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәсәй журналистар Союзының почет грамотаһы менән бүләкләндедәр:
 
- Садрыев Азат Камил  улы -  Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе
- Лотфуллина Сажиҙә Рифҡәт ҡыҙы - "Йәшлек" республика йәштәр гәзите хәбәрсеһе,
- Ханафин Рөстәм Ғәлинурулы - "Өмөт" республика йәштәр гәзитенең яуаплы секретары,
- Куянова (Демидова) Виктория Евгеньевна - Ейәнсура мәғлүмәт үҙәге директоры (баш мөхәррире),
- Әхмәтйәнова Айгөл Айрат ҡыҙы — Туймазы мәғлүмәт үҙәге гәзитенең дубляж бүлеге мөдире,
-  Мазиева Елена Анатольевна - Мәләүез мәғлүмәт үҙәгенең «Октябрь юлы» гәзите директоры (баш мөхәррире),
- Сәлихова Гүзәл Салауат ҡыҙы - Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры (баш мөхәррире).
 
Фото: Валерий Шахов
 
 

 

"Медиайыйын" сиктәрендә республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына  наградалар тапшырылды
"Медиайыйын" сиктәрендә республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына  наградалар тапшырылды
"Медиайыйын" сиктәрендә республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына  наградалар тапшырылды
"Медиайыйын" сиктәрендә республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына наградалар тапшырылды
Автор:
Читайте нас: