+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2023, 12:00

Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле Үзбәкстанға юлланды

 Бөгөн Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта СССР-ҙың һәм Үзбәкстан ССР-ының халыҡ артисы, Үзбәкстандың «Бахор» дәүләт бейеү ансамбленә нигеҙ һалған Мөкәррәм Торғонбаеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған тантаналы концерт була.

Ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәскәровсылар тантаналы концертта башҡорт хореографияһы классикаһы — Фәйзи Ғәскәров һалған  «Шаян ҡыҙҙар» композицияһын күрһәтә.

Мөкәррәм Торғонбаева күренекле бейеү оҫтаһы булды. Уның ижады Үзбәкстанда ғына түгел, унан ситтә лә халыҡ бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаны. «Бахор вальси», «Муножот», «Рохат», «Катта уйин», «Баёт» кеүек хореографик номерҙар бейеү сәнғәте шедеврҙарының алтын коллекцияһына инде.

Бөгөн Мөкәррәм Торғонбаева ойошторған «Бахор» коллективы ғорурлыҡ менән уның исемен йөрөтә, донъяның яңы сәхнәләрен яулай. Ансамбль Үзбәкстандың визит карточкаһы, ғорурлығы һәм милли хазинаһы булып тора.10 майҙа коллектив Өфөлә Ғәскәров исемендәге ансамблдең концерт залында сығыш яһаны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-30/bashkirskiy-ansambl-im-fayzi-gaskarova-malym-sostavom-otpravilsya-v-uzbekistan-3281290

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-05-31/f-yzi-sk-rov-isemend-ge-beye-ansamble-zb-kstan-a-yullandy-3281685

 

 

Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле Үзбәкстанға юлланды
Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле Үзбәкстанға юлланды
Автор:
Читайте нас: