+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2023, 20:09

Китап уҡыһаң

Китап уҡыһаң, ҡарт көнөңдә лә хәтерең яҡшы булыр. Ғалимдар фекеренсә, баш мейеһен гел эшләтеп торған саҡта ғына ҡартайғанда ла зиһенең яҡшы булыр. Бының бер сараһы - китап уҡыу. Бөгөнгө көндә китап уҡырға ваҡытыбыҙ юҡ, тибеҙ. Бына был фекерҙәр, бәлки, һеҙгә әҙ булһа ла ваҡытығыҙҙы китап уҡыуға бағышларға ярҙам итер.Китап уҡыу һүҙ байлығын арттыра. Уҡығанда беҙ, таныш булмаған һүҙҙәр осратып, уларҙың мәғәнәһен беләбеҙ һәм артабан уларҙы ҡуллана алабыҙ.Китап уҡыу кешеләр менән аралашырға ярҙам итә. Күп уҡыған кеше матур, асыҡ итеп һөйләй белә. Кешеләр өсөн ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булып китә.Китап уҡыу үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра. Әңгәмә барышында күп белеүен һиҙгәндә кешенең үҙ-үҙенә ышанысы арта. Быны башҡалар баһалаһа, бигерәк тә шәп.Уҡыу стресты кәметә. Стресс - хәҙерге заман кешеһенең юлдашы. Китап уҡыу тынысландырыу үҙенсәлегенә эйә.Уҡыу хәтерҙе һәм уйлау һәләтен яҡшырта. Китап уҡығанда яҙылған фекерҙе аңлар өсөн беҙ туҡтауһыҙ баш мейеһен эшләтәбеҙ. Алда яҙылған деталдәрҙе онотмаҫ өсөн хәтерҙе эшкә егәбеҙ.Китап уҡыу Альтцгеймер ауырыуынан һаҡлай. Ғалимдар фекеренсә, күп уҡыған кешелә был сир һирәгерәк була.Китап уҡыу ижади шәхес булырға ярҙам итә. Китаптар бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам һәм идея сығанағы булырға мөмкин.Китап уҡыу фекерҙе бер нөктәгә туплау һәләтен үҫтерә. Уҡыған ваҡытта башҡа ваҡ-төйәктәргә иғтибар итмәҫкә тырышып уҡыйһың, был оҫталыҡ башҡа эштәр башҡарғанда ла кәрәк була.

Китап уҡыу йоҡоно яҡшырта. Йоҡлар алдынан даими рәүештә китап уҡыһағыҙ, организм быға күнегәсәк. Һәм бер нисә бит уҡығандан һуң яҡшы ғына йоҡлап китәсәкһеҙ.

Китап уҡыу ҡартаймаҫҡа ярҙам итә. Баш мейеһе ҡартайған һайын кеше организмы тиҙерәк ҡартая икән.

Китап уҡыһаң
Китап уҡыһаң
Автор:
Читайте нас: