+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2023, 11:00

Елена Сотникова "Китап-байрам " ҡунаҡтарына өфөлә "Әгәр мин актриса булмаһам" программаһын тәҡдим итте

- Минең тормошомда өс төп, төп көс бар: театр, мөхәббәт һәм шиғриәт.

 

 Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Вахтангов исемендәге дәүләт академия театры актрисаһы  Елена Сотникова Өфөлә «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе ҡунаҡтарына «Әгәр мин актриса булмаһам» программаһын тәҡдим итте. Шиғри кисә сиктәрендә актриса үҙе ижад иткән шиғырҙарҙы һәм йырҙарҙы башҡарҙы.

Актриса менән бергә Сәхнәлә пианистка Наталья Турьянская сығыш яһаны. Актриса үҙенең йырҙарын уның аккомпанементы аҫтында башҡарҙы.

- Минең тормошомда өс төп, төп көс бар: театр, мөхәббәт һәм шиғриәт. Бөгөн ошо ҙур байрамда һеҙҙең менән булыуыма бик шатмын», — тип сәләмләне тамашасыларҙы Елена Сотникова.

«Башинформ» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә актриса Өфө тамашасыһы алдында тәүге тапҡыр сығыш яһамауы хаҡында һөйләне. "Бында шундай йылы мөхит, бик изге күңелле халыҡ, ҡала үҙе бик уңайлы. Йылдар үтеү менән Өфө замансараҡ булып китә, бөгөн бында, ошо матур майҙанда уҙғарылған "Китап-байрам“ Халыҡ-ара китап йәрминкәһе лә ошо хаҡта һөйләй», — тип үҙ фекере менән уртаҡлашты ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күп йылдар дауамында  Вахтангова исемендәге театр сәхнәһендә Елена Сотникова  «Анна Каренина»ла Китти, «Бәләкәй трагедиялар» ҙа Донна Анна, «Калигула»ла Цезония, «Зойкин фатиры»нда Мадам Иванова, «Ричард III»ла королева Маргарита образдарын кәүҙәләндерә.

Кинола Елена Викторовнаны тамашасылар «Механик Гавриловтың яратҡан ҡатыны», «Ғәйепһеҙ  ғәйеплеләр» фильмдарындағы, «Виллисы» сериалындағы ролдәре аша хәтерләй.

«Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе өс көн дауам итәсәк. Икенсе һәм өсөнсө көн программаһында өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары яңы китаптар менән таныша, фильмдар, музыкаль-шиғри тамашалар ҡарай ала. Шулай уҡ китап уҡыусылар, ҡобайырҙар һәм сәсәндәр, яңы ғына ижад итә башлаған шағирҙар һәм яҙыусылар, балалар художество ижады, шулай уҡ нәшриәттәр араһында конкурстар планлаштырылған. Бынан тыш, яҙыусылар һәм драматургтар форумы үтәсәк. Бынан тыш, сараға килеүселәрҙе яҙыусы Михаил Лабковский, Вахтангов исемендәге театр директоры  Кирилл Крок, шулай уҡ артистар Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз менән осрашыу көтә. 

Фото: Валерий Шахов

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-26/elena-sotnikova-predstavila-gostyam-kitap-bayrama-v-ufe-programmu-esli-b-ya-ne-byla-aktrisoy-3275377э

 

Елена Сотникова "Китап-байрам " ҡунаҡтарына өфөлә "Әгәр мин актриса булмаһам"  программаһын тәҡдим итте
Елена Сотникова "Китап-байрам " ҡунаҡтарына өфөлә "Әгәр мин актриса булмаһам" программаһын тәҡдим итте
Автор:
Читайте нас: