+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2023, 22:25

"Китап байрамы"на иң ҙур бүләк

-

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов, илдең Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы президенты Константин Чеченев һәм Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары Елена Стельмах “Китап байрамы” беренсе халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында ҡатнашты.

Мәғлүм булыуынса, фестиваль 26–28 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында уҙғарыла. Ул Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән – Беларусь Республикаһынан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан 140-тан ашыу нәшриәтте, китап магазиндарын, шәхси букинистарҙы, яҙыусыларҙы, сәнғәт белгестәрен һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бергә йыйҙы.

Сара башланыр алдынан төбәк етәксеһе һәм абруйлы ҡунаҡтар милли шағир-мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды. Артабан улар йәрминкәнең күргәҙмә майҙансығына юлланды. Бында әҙәбиәт, модель китапханалар, кулинария китаптары, психология буйынса тематик әҙәбиәт зоналары ойошторолғайны. Һәр зонала оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, театр тамашалары, консультациялар һәм башҡа саралар уҙғарылды.

Республика Башлығы экспозицияларҙы, стендтарҙы, сатырҙарҙы ҡарап сыҡты, Башҡортостандың сигелгән картаһы менән танышты, балалар өсөн букроссингта, квизда ҡатнашты.

“Китап байрамы”н асыу тантанаһы тарихи ҡомартҡы – Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһен Башҡортостандың Милли музейына тапшырыуҙан башланды. Төп нөсхәһе 100 йыл элек Өфөлә һаҡланған үҙенсәлекле китапты төбәк Башлығы башланғысына ярашлы каллиграфия оҫтаһы, Үзбәкстандың Халыҡ-ара Ислам академияһы белгесе Хәбибулла Солиев төҙөгән. Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһе – Ташкенттағы Ҡөрьән музейында һаҡланған китаптың берҙән-бер алтын күсермәһе. Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейын асҡандан һуң ҡулъяҙма баҫма уның экспозицияһын тулыландырыуы ихтимал.

Радий Хәбиров китап фестивалендә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы иҫтәлекле ваҡиға, республиканың мәҙәни тормошонда яңы биттең асылыуы айҡанлы тәбрик итте. Ил Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский китаптың шәхес тәрбиәләүҙәге, үҫтереүҙәге ҙур әһәмиәтен билдәләне. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова сарала ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға видеосәләм ебәрҙе.

Республика халҡын китап йәрминкәһе асылыуы менән шулай уҡ Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов, илдең Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы президенты Константин Чеченев һәм Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары Елена Стельмах ҡотланы. “Китап байрамы” майҙансығында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин сығыш яһаны. Улар Ғосман Ҡөрьәнен Башҡортостанға ҡайтарыуҙың тарихи әһәмиәтен билдәләне.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова

https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_233388

 

 

"Китап байрамы"на иң ҙур бүләк
"Китап байрамы"на иң ҙур бүләк
"Китап байрамы"на иң ҙур бүләк
"Китап байрамы"на иң ҙур бүләк
Автор:
Читайте нас: