+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2023, 17:00

Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырылды

54 - се ултырышта Республика Ҡоролтайы депутаттары тәүге уҡыуҙа Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ сәнғәте кәсептәре оҫтаһы» тигән яңы маҡтаулы исем булдырыу тураһында закон ҡабул итте.

Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев үҙенең докладында билдәләүенсә, сара халыҡ һәм сәнғәт кәсептәрен популярлаштырырға мөмкинлек бирәсәк, был тармаҡ оҫталарына ярҙамды яңы кимәлгә сығарасаҡ.

Был исем юғары һөнәри оҫталыҡ һәм тармаҡтағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн биреләсәк. Дәүләт Йыйылышы рәйесе традицион халыҡ кәсептәрен һаҡлап ҡалыу кәрәклеген билдәләне. Уның фекеренсә, халыҡ сәнғәте кәсептәре – халыҡтың матди мәҙәниәтенең мөһим өлөшө, беҙҙең милли байлығыбыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-25/v-bashkirii-uchredili-novoe-pochetnoe-zvanie-zasluzhennyy-master-narodnyh-hudozhestvennyh-promyslov-rb-3272374

 

Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырылды
Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырылды
Автор:
Читайте нас: