+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2023, 11:35

"Тамыр" телеканалы Мәскәүгә юллана

4 июндә илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы «Нурлы баласаҡ» тип аталған концертына саҡыра.

Кескәй тамашасыларҙы башҡорт телендәге иң яратҡан йырҙары, ҡыҙыҡлы уйындар, шәп бүләктәр, әлбиттә, туған телдә аралашыу көтә. Сәхнәлә«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының төп йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ.

— Беҙ билет һорамайбыҙ, Мәскәү сувенирҙарын алып килеү ҙә етә,— ти "тамырҙар".

"Тамыр" телеканалы — Рәсәйҙең иң юғары телевизион премияһы «Тэфи-Регион» конкурсының 11 тапҡыр еңеүсеһе һәм Бронза Орфейы эйәһе, телевидение өлкәһендәге «Алтын Нур» премияһы һәм башҡа конкурстар еңеүсеһе.

Тамаша көндөҙгө 4-тә башлана.

Осрашыу урыны: Мәскәү ҡалаһы, Доброслободская урамы, 6/2.

https://kulturarb.ru/ba/news/tamyr-telekanaly-mәskәүgә-yullana

 

"Тамыр" телеканалы Мәскәүгә юллана
"Тамыр" телеканалы Мәскәүгә юллана
Автор:
Читайте нас: