-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2023, 14:56

Башҡортостан Башлығы һабантуйҙар графигын раҫланы

-

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылда «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, тәүгеләрҙән булып һабан байрамын 27 майҙа Әбйәлил, Әлшәй һәм Ҡалтасы райондарында билдәләйҙәр.

3 июндә Архангел, Асҡын, Баҡалы, Бөрө, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ғафури, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Күгәрсен, Миәкә, Нуриман һәм Саҡмағош райондарында һабантуй ойошторола.  

10 июндә иһә Ауырғазы, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Ҡариҙел, Краснокама, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Салауат, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла һәм Шишмә райондарында һабантуй була.

11 июндә һабан байрамын Шаран һәм Яңауыл райондары аграрийҙары билдәләй.

17 июндә — Бәләбәй, Бүздәк, Ишембай, Ҡыйғы һәм Стәрлебаш райондарында, ә 24 июндә Межгорьела.

Иң һуңғыларҙан булып һабантуй, 1 июлдә, Иглин һәм Балтас райондарында ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-24/glava-bashkirii-utverdil-grafik-provedeniya-sabantuev-na-2023-god-3270592

Фотола: Һабантуй. Баймаҡ ҡалаһы. 1983 йыл.

Башҡортостан Башлығы һабантуйҙар графигын раҫланы
Башҡортостан Башлығы һабантуйҙар графигын раҫланы
Автор:
Читайте нас: