+14 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2023, 12:00

Туймазы татар драма театры коллективы «Һинең өсөн үҙем үлермен» спектаклен сәхнәләштерергә әҙерләнә

 Пьеса — башҡорт яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың «Тәңре өрөк ҡапҡанда...» повесының инсценировкаһы.

Туймазы татар театры оло һәм саф һөйөү тураһында спекталь әҙерләй

 

Туймазы татар драма театры коллективы «Һинең өсөн үҙем үлермен» спектаклен сәхнәләштерергә әҙерләнә. Спектакль өҫтөндә режиссер Айҙар Зарипов, композитор Вәсил Ғафаров эшләй.

Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сәхнә әҫәре үҙҙәренең ҡайнар, керһеҙ һөйөү хистәрен йылдар дауамында һүрелтмәй ғүмер буйы һаҡлап ҡалған матур пар хаҡында. Пьеса — башҡорт яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың «Тәңре өрөк ҡапҡанда...» повесының инсценировкаһы.

- Инсценировка махсус рәүештә Туймазы театры, өлкән быуын сәхнә оҫталары өсөн яҙылған, - тине Айҙар Зарипов. - Әммә был спектаклдә ололар ғына ҡатнаша тигәнде аңлатмай, йәш быуын уйнаған күренештәр ҙә бар. Ваҡыт һынауын үткән мөхәббәт тарихы, яҡын кешең өсөн үҙ-үҙеңде ҡорбан итергә әҙер булыу хаҡында был пьеса.

Премьера 9 июндә күрһәтелә, әле репетициялар бара.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-18/tuymazinskiy-tatarskiy-teatr-stavit-spektakl-ob-ogromnoy-i-chistoy-lyubvi-3263811

Автор:Ләйлә Аралбаева

Фото:Туймазы драма театрының матбуғат хеҙмәте
 
Туймазы татар драма театры коллективы «Һинең өсөн үҙем үлермен» спектаклен сәхнәләштерергә әҙерләнә
Туймазы татар драма театры коллективы «Һинең өсөн үҙем үлермен» спектаклен сәхнәләштерергә әҙерләнә
Автор:
Читайте нас: