Беренсе турҙа 10 илдән 400-гә яҡын башҡарыусы ҡатнаша. Башопера солистары киләһе этапҡа үткән 56 конкурсант иҫәбенә инде, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Күренекле опера йырсыһы Елена Образцова ойошторған конкурс Санкт-Петербургта 1999 йылдан алып үткәрелә һәм һәр тапҡыр илдең мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаға әйләнә. Килеп сығышынан алып ул үҙен донъялағы иң ҙур вокал смотрҙарҙың береһе булараҡ таныта. Конкурста 18-32 йәшлек башҡарыусылар ҡатнаша.
Конкурстың II туры 12 һәм 13 июлдә Санкт-Петербургтың Академик Капеллаһында үтә.