+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2023, 14:00

Башҡорт ҡурсаҡ театры спектакле фестивалдән яңы наградалар алып ҡайтты

15-20 майҙа Яр Саллыла бишенсе «Эш аты» төбәк-ара ҡурсаҡ театрҙары форум-фестивале уҙғарылды, унда Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән: Владимир өлкәһенән, Марий Эл Республикаһынан, Волгоград өлкәһенән, Сыуашстан Республикаһынан, Ульяновск өлкәһенән, Мордовия Республикаһынан ете ҡурсаҡ театры сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Премьераһы 2020 йылда үткән «Ҡаҙҙар-аҡҡоштар» спектакле (ҡуйыусы режиссеры -Татьяна Кузьменко, ҡуйыусы рәссамы – Наталья Кандалова, композиторы – «Нечто» рок-төркөмө лидеры Максим Шкель, хореографы – Дарья Кожевникова) «Иң яҡшы актерҙар ансамбле өсөн» төп номинацияларының береһендә еңеү яулай, шулай уҡ һәр актер - Александр Верхоземский, Виктория Щербакова, Татьяна Кузьменко һәм Надежда Беззубова «Ҡаҙҙар-аҡҡоштар» спектаклендә башҡарған ролдәре өсөн жюриҙың махсус призына лайыҡ була.

Фестивалдең жюри составына режиссер, театр педагогы, «Бәләкәй принц» (2021 й., Сербия) халыҡ-ара премияһы лауреаты, «Алтын битлек» милли театр премияһының жюри ағзаһы һәм номинанты, РФ театр сәнғәтенең Бөтә Рәсәй ҡурсаҡ театрҙары режиссерҙары лабораторияһы етәксеһе Виктор Шрайман (Түбәнге Новгород); театр тәнҡитсеһе, Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министры кәңәшсеһе, «Алтын битлек» милли театр премияһының жюри ағзаһы һәм эксперт советы ағзаһы Нияз Игламов (Ҡазан) һәм театр тәнҡитсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Rемарка» яңы драматургия халыҡ-ара конкурсы эксперты Динә Дәүләтшина (Мәскәү-Өфө) инә. Жюри рәйесе Виктор Шрайман актерҙарҙың профессиональ уйнауын ғына түгел, ә постановканың ҡыҙыҡлы режиссерлыҡ сиселешен дә билдәләй, был ҡурсаҡ театры актрисаһы Татьяна Кузьменко өсөн айырыуса ҡиммәтле, сөнки был уның режиссерлыҡ дебюты була.

Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ театр белгестәрен уларҙың профессиональ квалификацияһын күтәреү маҡсатында уҡытыу үткәрелә. Бөтәһе өс секция планлаштырыла: Новосибирск дәүләт театр институтының ҡурсаҡ театры кафедраһы мөдире Эльмира Куриленко һәм уның коллегаһы, ошо уҡ институттың ҡурсаҡ театры кафедраһы доценты Виктория Богданова етәкселегендәге «Ҡурсаҡ театры актеры оҫталығы» секцияһы, Г.Кәриев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театрының музыкаль бүлеге етәксеһе Камил Ҡотдосов һәм «УНИКС» Ҡазан федераль университетының мәҙәни-спорт комплексының яҡтылыҡ буйынса рәссамы Ирина Забурдаева етәкселегендә «Ҡурсаҡ театрында тауыш һәм яҡтылыҡ» секцияһы һәм Мәскәү балалар күләгәләр театрының маркетинг бүлеге мөдире Дмитрий Симаков етәкселегендәге маркетинг секцияһы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡорт ҡурсаҡ театрын реконструкциялау 2023 йылдың аҙағында тамамланасаҡ, һәм бәләкәй тамашасылар яңы йыл тамашаларын яңыртылған бинала ҡараясаҡ.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-22/spektakl-bashkirskogo-teatra-kukol-privyoz-s-festivalya-novye-nagrady-3266972

 

 

Башҡорт ҡурсаҡ театры спектакле фестивалдән яңы наградалар алып ҡайтты
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектакле фестивалдән яңы наградалар алып ҡайтты
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектакле фестивалдән яңы наградалар алып ҡайтты
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектакле фестивалдән яңы наградалар алып ҡайтты
Автор:
Читайте нас: