Мәләүездең «Яугир» хәрби-патриотик клубы ойошторған сара Өфөнән, Салауаттан, Ишембайҙан, Мәләүездән һәм Башҡортостандың яҡын райондарынан йәш башҡарыусыларҙы, башҡорт халыҡ музыкаһын һөйөүселәрҙе йәлеп итте.
— Конкурстың үҙенә иғтибар йәлеп итеүенә шатбыҙ. Ойошманың төп бурыстарының береһе — көслө һәм сыҙамлы, үҙ мәҙәниәтен һәм тамырҙарын хөрмәт иткән күп яҡлы шәхес тәрбиәләү, — тип һөйләй «Яугир» клубы рәйесенең мәҙәниәт һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса урынбаҫары Илһам Яҡупов.
Сараға ҡурайсылар династияһы ла килгәйне. Гран-приҙы Салауат ҡалаһынан В. Спиваковтың Йәш таланттар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Айрат Тимеров яуланы, ә уның атаһы Вәсил Тимеров башҡа йәш ҡурайсыларҙың атайҙары менән менән ярышты. Бүләктәрҙең береһен үҙ категорияһында Б.Ғайсин исемендәге Талбазы музыка мәктәбе уҡыусыһы Батырхан Ғайсин алды, ә уның атаһы Фәим Ғайсин икенсе дәрәжә лауреат булды.