+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май , 14:00

Милли китапханала Бөрйәндәр осрашты

"Бөрйән районы энциклопедияһы"ның исем туйы уҙҙы.

Милли китапханала Бөрйәндәр осрашты

Кисә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Бөрйән районы энциклопедияһы"ның исем туйы уҙҙы.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте килгән ҡунаҡтарға Бөрйән авторҙарының баҫмаларын, балалар өсөн тәғәйенләнгән китаптар тәҡдим итте.

Был матур сараға Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, БР "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Әлибәков, БР Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов, күренекле дәүләт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Бөрйән районының Почетлы гражданины, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәләф Ишморатов, Бөрйәндә тыуып-үҫеп, Өфөлә йәшәүсе билдәле шәхестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар килде. Байрам йыр-моң менән үрелеп бик йәнле барҙы.

Энциклопедияның исем туйын ойоштороусы Милли китапхана белгесе Нәсимә Туҡаева әйтеүенсә, сара яҡташтары өсөн күңелдәрҙе йылытыр һәм хисләндерер бер мәл булып хәтерҙә һаҡланасаҡ.

Осрашыуға килеүселәр аралашып, бүләккә китап алып ҡайтып китеү бәхетенә иреште.

https://vk.com/club42694841

 

Милли китапханала Бөрйәндәр осрашты
Милли китапханала Бөрйәндәр осрашты
Милли китапханала Бөрйәндәр осрашты
Милли китапханала Бөрйәндәр осрашты
Милли китапханала Бөрйәндәр осрашты
Милли китапханала Бөрйәндәр осрашты
Милли китапханала Бөрйәндәр осрашты
Милли китапханала Бөрйәндәр осрашты
Автор:
Читайте нас в