+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2023, 10:00

Өфөлә "Елкән" асыҡ телевизион конкурсы ғаризалар ҡабул итә башланы

Өфөлә башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың «Елкән» асыҡ телевизион конкурсы старт ала. Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән конкурс уҡытыусы һәм остаз йылына арнала.

Ҡатнашыусылар профессиональ музыканттар эшкәртеүендә башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен һәм башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡара. Конкурс дүрт номинация буйынса үткәрелә: фортепиано; ҡыллы инструменттар; тынлы инструменттар; халыҡ инструменттары.

 

Ғаризалар 2023 йылдың 15 июненә тиклем ҡабул ителә. Конкурста 8-14 йәшлек йәш музыканттар ҡатнаша ала. Һайлап алыу һәм конкурс турҙары программаһы соло йәки концертмейстер менән башҡарыла. Финалсылар ҙур сәхнәлә симфоник оркестр оҙатыуында уйнарға уникаль мөмкинлек ала.

 

— Композиторҙарыбыҙҙың балалар өсөн маҡсатлы яҙыуы беҙҙең өсөн бик мөһим, - ти «Елкән» проекты концепцияһы авторы, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Үткән конкурстарҙың финал программаһына симфоник оркестр менән башҡарыу өсөн 20-нән ашыу үҙенсәлекле партитура яҙылды. Азамат Аҙнағолов, Урал Иҙелбаев, Илдар Хисаметдинов, Рим Хәсәнов әҫәрҙәре яңғыраны. Бөтә турҙарҙа ла балалар рәхәтләнеп Рафаил Ҡасимов, Нур Дауытов, Заһир Исмәғилев пьесаларын башҡарҙы. Балаларҙың, ҡатнашыусыларҙың да, тамашасыларҙың да, үҙ музыкаһының көсөн һәм матурлығын тойоуы мөһим.

Проектты балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Тамыр» телеканалы "Милли проекттар. Мәҙәниәт” программаһы сиктәрендә бойомға ашыра. Бөгөн телеканалдарҙа «Елкән» тапшырыуы бара — конкурстың 12 лауреаты хаҡында йәш мәҙәни күҙәтеүсе Камила Бакирова һөйләй.

 

Былтыр «Елкән»дең икенсе конкурсына 186 ғариза килгән. Конкурс тыңлауҙарына 44 ҡатнашыусы үткән. Ә финалға ни бары 12 йәш музыкант сыҡты. Улар «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә баш дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге БР Милли симфоник оркестры оҙатыуында уйнаны. Балалар менән күренекле музыкант-уҡытыусылар: Артур Нәзиуллин, Шәүрә Сәғитова, Илшат Мөслимов, Артур Ғайсаров, Виктория Симонова эшләне. Ҙур фотокүргәҙмә ойошторолдо. Гала-концерт Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында күрһәтелде.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-16/v-ufe-otkrytyy-televizionnyy-konkurs-elk-n-ob-yavil-o-prieme-zayavok-3260295

 

Өфөлә "Елкән" асыҡ телевизион конкурсы ғаризалар ҡабул итә башланы
Өфөлә "Елкән" асыҡ телевизион конкурсы ғаризалар ҡабул итә башланы
Өфөлә "Елкән" асыҡ телевизион конкурсы ғаризалар ҡабул итә башланы
Автор:
Читайте нас: