1 июндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Балалар. Сәскәләр. Мөхәббәт» акцияһы үткәрелә.
Был көндө театр ҡарамағындағы Балалар хор студияһы тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаясаҡ. Уларҙың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры спектаклдәрендә ҡатнашыуы - оло мәртәбә.
Коллектив тәрбиәләнеүселәре тамашасыларҙы «33 һыйыр», «Ҡанатлы бәүелсәктәр», «Үҙгәрештәр еле», «Мөхәббәт донъяла идара итһен» кеүек йырҙар менән ҡыуандырасаҡ.
Йәш ҡатнашыусылар менән бергә театрҙың Бәләкәй сәхнәһенә шулай уҡ Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов, Башҡорт опера һәм балет театры солистары Артур Ҡәйепҡолов, Әлим Ҡәйүмов сығасаҡ, улар үҙҙәренең балалары менән дуэтта йырлаясаҡ.
Концерт бәләкәй залда киске сәғәт 7-лә башлана.