26 майҙа Өфөлә «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән башҡарыусылар ҡатнашлығында «Ҡобайыр-шоу» этноконцерты үтәсәк
Бер сәхнәгә Алтай, Башҡортостан, Дағстан, Саха Яҡут республикаларынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡытайҙан, Ҡырғыҙстандан, Малайзиянан, Үзбәкстандан сәсәндәр йыйыласаҡ.
Ҡунаҡтарҙан тыш, сараны мультиинструменталист Зәйнетдин, «Елмәрҙәк» этнотөркөмө (Белорет районы), «Юлдаш» халыҡ вокаль-инструменталь төркөмө (Салауат районы) биҙәйәсәк.
Сара Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда үтәсәк.
Башлана 18.00 сәғәттә.
Ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, БР муниципаль берәмектәре, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.