+19 °С
Ясно
Новости
3 Мая 2023, 08:00

«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре - 2023» балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсы еңеүселәре билдәләнде

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Педагог Һәм остаз йылы сиктәрендә «Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» асыҡ Республика балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсының икенсе этабы һәм гала-концерты үтте.

 Быйылғы жюри ағзалары — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, "Мираҫ" Өфө йыр һәм бейеү ансамбленең баш балетмейстеры, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы Әлфиә Тимерғәзиева, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәфис Хәйруллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы, "Энергия" хореография студияһы етәксеһе мөлөкова, "Башҡортостан" дәүләт концерт залы режиссеры, "Лики" театр оҫтаханаһы етәксеһе Анжелика Рамазанова еңүсене билдәләү еңелдән булмауын танынлыар.

Йәш конкурсанттар үҙ эшенең оҫталары етәкселегендә үҙҙәренең иң яҡшы номерҙарын әҙерләгән. Конкурсҡа Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡатнашыусылар килде. Сәхнәлә фестиваль Гран-приһы  өсөн һәр бейеү категорияһында етди ярыштар барҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙы БР халыҡтары Ассамблеяһы Рәйесе, РӘСӘЙ ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ ӨФӨ ФЕДЕРАЛЬ ТИКШЕРЕНЕҮ ҮҘӘГЕНЕҢ тарих, тел һәм әҙәбиәт Институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина сәләмләне. Ул конкурсанттарға ижади еңеүҙәр һәм сағыу тәьҫораттар теләне:

- Бөгөнгө фестиваль балаларыбыҙҙың талантлы булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Ата — әсәләрегеҙгә һәм остаздарығыҙға бейеүгә һөйөү тәрбиәләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.

Фестиваль йомғаҡтары буйынса "Сәфәр" Өлгөлө хореография ансамбле (Туймазы ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы) III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. II дәрәжә лауреаттары - "Ҡояш" Халыҡ хореография театр-студияһы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы). I дәрәжә Лауреаттары - «Салауат» Өлгөлө бейеү академияһы (Өфө ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы) һәм «Мираҫ» халыҡ бейеү ансамбле (Яңауыл ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы). Төп бүләк-фестивалдең Гран-приһы-Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы ауылына юлланды. Уның хужаһы - «Далан» Өлгөлө хореография ансамбле (етәкселәре-Артур Һәм Альбина Юлыевтар). Коллектив 100 мең һумлыҡ сертификат алды. «Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» асыҡ Республика балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсын Ойоштороусылар булып Башҡортостандың мәҙәниәт мнистрлығы һәм «Башҡортостан» дәүләт концер залы  сығыш яһаны.

 

«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре - 2023» балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсы еңеүселәре билдәләнде
«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре - 2023» балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсы еңеүселәре билдәләнде
«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре - 2023» балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсы еңеүселәре билдәләнде
«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре - 2023» балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсы еңеүселәре билдәләнде
«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре - 2023» балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсы еңеүселәре билдәләнде
«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре - 2023» балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Автор:
Читайте нас