Шуныһы үҙенсәлекле, был һоҡланғыс спектаклдәрҙең режиссерҙары ла ошо синыфтарҙың тәрбиселәре икән. Проект авторы - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, театр һәм кино актёры, режиссёр Әлмирә Ҡыуатова. Төрлө йылдарҙа ошо гимназияла белем алған авторҙарың әҫәрҙәре сәхнәләштерелеүе лә иғтибарға лайыҡ. Был гимназия уҡыусыларын ҡасандыр ошо уҡ мәктәптә ҡанат нығытҡан, хәҙер инде тормошта үҙ юлын тапҡан билдәле шәхестәр менән таныштырыу сараһы ла булып торҙо. Тамашасылар Рәсимә Ураҡсинаның «Сыңҡылдаҡ себен», Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Быннимәү», Сәрүәр Суринаның «Сәйәхәтсе әтәс», Гөлнара Хәлфетдинованың «Шәжәрә урманы» тип исемләнгән пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе яратып ҡабул итте. Уҡыусыларҙың образға инеп, оҫта итеп уйнауына һоҡланды. Етенселә уҡыған балаларҙың һәр ҡайһына роль бирелеүе хаҡында ла телгә алынды. Быйыл тәүләп ошо мәктәпкә аяҡ баҫҡан уҡыусыларҙың да был матур башланғысҡа йәлеп ителеүе, балаларҙың бер-береһенә өйрәнеүенә, һәләттәре асылыуына йоғонто яһамай ҡалмаған.
- Театр баланың арҡа һөйәген нығыта, үҙен күрһәтергә, ныҡышмаллыҡҡа, туған телдә аралашырға өйрәтә, – ти проекттың режиссер Әлмира Ҡыуатова.
Гимназияның етенсе класс уҡыусыларынан тыш был көндө Өфө ҡалаһының «Орион» ижад һарайының «Тамаша» театр коллективы «Ҡыҙҙар, алға!» спектаклен сәхнәләштерҙе. «Рәми» театр студияһында шөғөлләнеүселәр Рәсимә Ураҡсинаның «Бүре башы – 12» әкиәтен уйнап ҡыуандырҙы.
Был күркәм башланғыс дауамлы булыр, “Дебют” мәктәп театры фестивале йыл да үткәрелер, балаларҙа ижадҡа ынтылыш тыуҙырыр тигән ышаныс белдерҙе ойоштороусылар.