-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2023, 17:00

Милли музейҙа «Башҡортостан генералдары» күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны Еңеүҙең 78 йыллығына арналған «Башҡортостан генералдары» күргәҙмәһе асылды.

Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, экспозицияла маршалдарҙың, генералдарҙың һәм адмиралдарҙың, Башҡортостан Республикаһында тыуғандарҙың – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың шәхси комплекстары ҡуйылған. Улар араһында беҙҙең яҡтың билдәле шәхестәре, мәҫәлән, генерал-полковник Яҡуп Чанышев, генерал-майорҙар Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимов, авиация маршалы Иван Пстыго, контр-адмирал Михаил Бакаев бар.

 

– Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған күргәҙмәнең темаһы бөтәһе өсөн дә ҡыҙыҡлы, сөнки башҡорт ере бик күп геройҙар бирҙе. Беҙҙә «Башҡортостан генералдары» дәреслеге тәҡдим ителде. Экспозиция Башҡортостан генералдары тураһында белемде тулыландырырға тейеш, һеҙ күп яңылыҡтар алырһығыҙ тип ышанам, – тине Бр Милли музейы директоры урынбаҫары Азамат Аҡъюлов.

Күргәҙмәлә бөтәһе 100-гә яҡын экспонатты күрергә мөмкин, улар араһында шәхси ҡулланыу әйберҙәре, форма кейеме һәм атрибутика, наградалар һәм башҡалар. Күпселек әйберҙәрҙе музейға күргәҙмә геройҙары йәки уларҙың туғандары тапшыра.

 

– Бик күп кейем-һалым, хатта 1945 йылда Еңеү парады ваҡытында хужалар үҙҙәре кейгән парад ҡайыштары ла бар. Ғәниевтың наградалары төп нөсхәлә күрһәтелгән. 1943 йылғы өлгөләге генералдар һәм адмиралдар погондары бар, уларҙы бик аҙ кеше күргән. Шулай уҡ Архангел районында тыуып үҫкән авиация маршалы Иван Пстыгонан келәм һәм генерал Григорий Салмановтан танк макеты рәүешендә бүләктәр бар, – тип уртаҡлашты күргәҙмә авторы, музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре Антон Фокин.

Сараны асыу тантанаһында Дүртөйлө ҡалаһының 2-се лицейы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты, улар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

 

– Миңә генералдарҙың шәхси әйберҙәрен ҡарау һәм уларҙың биографияһын тыңлау ҡыҙыҡ булды. Шайморатовтың Ҡытайға экспедицияла булыуы һәм уның рус-ҡытай һүҙлеге хаҡында иң ныҡ хәтеремдә ҡалды, - тине 6-сы класс уҡыусыһы Феликс Исламғәлиев.

 

Күргәҙмә 14 майға тиклем эшләйәсәк. Экскурсияға Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһы мәктәптәре, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары уҡыусылары саҡырыла, шулай уҡ был тема белгестәр һәм тикшеренеүселәр өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ. Пушкин картаһы ғәмәлдә.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-04-27/v-natsionalnom-muzee-otkrylas-vystavka-generaly-bashkortostana-3236414

 

Милли музейҙа «Башҡортостан генералдары» күргәҙмәһе асылды
Милли музейҙа «Башҡортостан генералдары» күргәҙмәһе асылды
Милли музейҙа «Башҡортостан генералдары» күргәҙмәһе асылды
Автор:
Читайте нас