Флария Парфентьева станок янында тәүге хәрәкәттәрен ике йыл элек яһай. Шул мәлдән алып пуанттар менән айырылмай. Хәрәкәттәре уның йәшен дә, тышҡы ҡиәфәтен дә күрһәтмәй. Коллегалары оҙаҡ ваҡыт уның паспортындағы йәше хаҡында белмәй, ә белгәс, шунда уҡ ышанмай. Шулай итеп, 70 йыл элек ҡалы-ҡаралы кинола балериналарҙың сәхнәлә осоп йөрөгәнен күргән биш йәшлек ҡыҙҙың хыялы тормошҡа аша. Хәҙер ул аҙнаһына дүрт тапҡыр бер сәғә шөғөлләнә. Студияла лимитһыҙ абонемент һатып алырға тәҡдим итәләр. Әммә Флария Парфентьева баш тарта, сөнки бөтә ваҡытын бында үткәрер ҙә эштәре туҡтап ҡалыр тип ҡурҡа.
Флария Парфентьева үҙенә ташламалар яһамай. Бөтәһе менән бер рәттән күнекмәләр яһай, ә ҡайһы бер ҙә хатта оҫтараҡ та башҡара. Уға сәхнә лә таныш. Башҡа уҡыусылар менән бергә ул башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында студияның отчет концерттарында сығыш яһай. Бәлки, ул үҙе лә йәшен онотҡанға, йәше лә үҙе хаҡында белгертмәйҙер. "Иң Мөһиме, йөрәк менән ҡартаймаҫҡа!» ти ул.
Сығанаҡ: https://bash.news/news/200110-v-ufe-74-letniaia-pensionerka-osvaivaet-balet
Фото: https://www.sobaka.ru/ufa/beauty/beauty/163319