+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель 2023, 17:00

Роберт Заһретдинов һәм уның ҡатыны Рәүилә Хажыева-Заһретдиноваға таҡтаташ асылды

Сарала Рәүилә Хажыева-Заһретдинованың һәм Роберт Заһретдиновтың дуҫтары, коллегалары, ижадын һөйөүселәре һәм уҡыусылары ҡатнашты.

Өфөлә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, виртуоз ҡумыҙсы Роберт Абдрахман улы Заһретдиновҡа һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүилә Миңлеғәли Ҡыҙы Хажыева-Заһретдиноваға мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Мемориаль таҡтаташ асыу хоҡуғы Республика Халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәевҡа Һәм Роберт Абдрахман улының ҡыҙы Айһылыу Заһретдиноваға бирелде.

- Атай-әсәйем бөтә донъяны гиҙеп, республикабыҙҙың ижадын данланы. Мин бәхетле кеше, легендар шәхестәрҙең ҡыҙы. Улар башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Барыһына ла - Республикабыҙ хөкүмәтенә, Өфөнөң Киров районы хакимиәтенә, Мәсетле районы хакимиәтенә, Республика халыҡ ижады үҙәгенә, Роберт Заһретдиновтың уҡыусыларына, әсәйемдең уҡыусыларына һәм ошо эшкә ҡатнашлығы булғандарҙың  барыһына ла рәхмәтлемен, - тине Айһылыу Заһретдинова. Сарала Рәуилә Хажыева-Заһретдинованың һәм Роберт Заһретдиновтың дуҫтары, коллегалары, ижадын һөйөүселәре һәм уҡыусылары ҡатнашты.

- Минең өсөн Роберт Абдрахман улы – педагог - уйлап табыусы. Минең өсөн ул олатай , Ә Рәүилә Миңлеғәле ҡыҙы өләсәй кеүек ине. Мин уның янына дәрескә килгәс, улар мине өҫтәл артына ултыртып сәй эсерҙеләр, Рәүилә апай бәлеш менән һыйланы. Остаз һәм уҡыусы йылында был бөйөк кешегә иҫтәлекле таҡтаташ асылыуы  айырыуса иғтибарға лайыҡ. Быйыл Мәсетле районында ҡурайсылар конкурсына Роберт Абдрахман улы исеме бирелде. Беҙ уны һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡбыҙ һәм ул беҙгә һалған белемде киләһе быуындарға ла тапшырасаҡбыҙ,  - тине Артур Ғайсаров.

- Ошо көндәрҙә беҙ Роберт Заһретдинов исемендәге һигеҙенсе ҡумыҙсылар конкурсын үткәрҙек.  Беҙ был конкурсты 2007 йылда башлашыҡ, һәм йыл һайын ҡатнашыусылар һаны арта бара. Ул үҙенең тыуған Мәсетле районында ҡумыҙсылар булырға тейешлегенһәр саҡ  әйтә килде. Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уның тураһында хәтер һаҡланыуы өсөн рәхмәтлебеҙ, - тип уртаҡлашты Мәсетле районы Оло Устикин мәҙәниәт йорто директоры Радик Шәрәфисламов.

Радик Шәрифйән улы һөйләүенсә, Роберт Заһретдинов үҙенең тыуған яғында – Мәсетле районында ҡумыҙсыларҙың үҫеүен бик теләгән һәм үҙ ваҡытында йөҙ инструмент, шулай уҡ ҡумыҙҙа уйнау буйынса видео дәрестәр бүләк иткән. Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең мемориаль таҡтаташтары улар йәшәгән йорттоң өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 120-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.

 
 
 

 

Роберт Заһретдинов һәм уның ҡатыны Рәүилә Хажыева-Заһретдиноваға таҡтаташ асылды
Роберт Заһретдинов һәм уның ҡатыны Рәүилә Хажыева-Заһретдиноваға таҡтаташ асылды
Роберт Заһретдинов һәм уның ҡатыны Рәүилә Хажыева-Заһретдиноваға таҡтаташ асылды
Роберт Заһретдинов һәм уның ҡатыны Рәүилә Хажыева-Заһретдиноваға таҡтаташ асылды
Роберт Заһретдинов һәм уның ҡатыны Рәүилә Хажыева-Заһретдиноваға таҡтаташ асылды
Автор:
Читайте нас: