+23 °С
Дождь
Новости
25 Апреля 2023, 10:00

Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» Республика күргәҙмәһе асылды

Өфө художество галереяһында «Башҡортостандың йәш рәссамдары» Республика һынлы сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһе асылды. Унда 95 авторҙың 181 эше тәҡдим ителгән. Күләмле экспозицияны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡараны.

Күргәҙмә йәш оҫталарҙың төрлө стилистик йүнәлештәге эҙләнеүҙәренең бөтә спектрын, уларҙың өҫтөнлөктәрен киң сағылдыра. Ул һынлы сәнғәт, графика, биҙәү-ҡулланма, театр-биҙәү сәнғәте, плакат сәнғәте, скульптура, ағас һырлау һәм башҡа һынлы сәнғәт төрҙәрен берләштерә.

Башҡортостандың рәссамдар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәтип Фазылов билдәләүенсә, быйыл йәш рәссамдарҙың традицион күргәҙмәһе халыҡ-ара характер алды, сөнки бында Колумбия һәм Ҡырғыҙстан авторҙары ла ҡатнаша.

- Бындай күргәҙмәләр һәр ваҡыт өс йылға бер тапҡыр ойошторолдо, хәҙер уларҙы йыл һайын үткәрергә тырышасаҡбыҙ. Талантлы йәштәр бик күп. Бер нисә ҡатнашыусы – Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы стипендиаты, ике ҡатнашыусы – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендияһы лауреаты. Ҡайһы бер йәш рәссамдарҙың үҙ ижади оҫтаханалары бар. Мин үҙем 20 йыл дауамында оҫтахана бирелеүен көттөм. Өс ҡатнашыусы Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан рәссамдар союзы йәш таланттарға ярҙам итеүен дауам итәсәк. Республика етәкселеге шулай уҡ ижади йәштәр хаҡында хәстәрлек күрә. Беҙҙең төбәктә әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы булдырылды. Быйыл ошо наградаға дәғүә итеүгә үҙ кандидаттарыбыҙҙы тәҡдим итәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәтип Фазылов.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова йәш рәссамдарҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләне һәм экспозиция асылыуы менән ҡотланы.

– Күргәҙмә менән танышҡас, Башҡортостандың йәш рәссамының портреты барлыҡҡа килде. Ул – бөгөн кеше тураһында уның бөтә сағылышында ла уйлаған кеше: ул үҙ еренең тарихын ижад иткән, тыуған тәбиғәттең һәр мөйөшөн һаҡлаған, оло быуынға, бай мәҙәни мираҫҡа хөрмәт менән ҡараған хеҙмәт кешеһе. Бында милли, героик мотивтар һәм эксперименттар күрһәтелә. Мин бөгөн йәштәребеҙ өсөн ихлас шатландым. Ул һәләтле, фекерләүсе һәм, иң мөһиме, донъяға яҡтылыҡ алып барыусы. Бөгөн төрлө сығанаҡтарҙан беҙгә бик күп негатив килә, донъяны ҡара төҫтәрҙә күрергә теләгән кешеләр бик күп. Ә был күргәҙмә яҡтылыҡ, изгелек, ихтирам, шатлыҡ, бәхет миссияһын алып бара. Башҡортостанда художестволы сәнғәт өсөн тыныс була алабыҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әминә Шафиҡова.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әмир Мәзитов һүҙҙәренсә, күргәҙмәгә һайлап алыу бик ҡаты булды.

– Беҙ, ойоштороусылар, тәүҙә йәш рәссамдарҙың беҙгә ниндәй эштәр алып киләсәге хаҡында борсолдоҡ, сөнки хәҙер беҙ киҫкен осор кисерәбеҙ. Һәм бөгөн беҙ гуманистик пландағы эштәрҙе күрәбеҙ, был бик ҡиммәтле. Йәш авторҙар мәңгелек темаларға мөрәжәғәт итә, төрлө жанрҙарҙа һәм стилдәрҙә үҙ юлын эҙләй, донъяға асыҡ күңел менән ҡарай, улар ҡыйыу, бер нәмәнән дә ҡурҡмай. Ошоноң менән был күргәҙмә ҡыҙыҡлы ла, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды профессор Әмир Мәзитов.

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Йәлил Сөләймәнов студент йылдарында йәш рәссамдар күргәҙмәһендә ҡатнашыу хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

– Беҙҙең эштәрҙе Борис Домашников, Әхмәт Лотфуллин, Александр Бурзянцев һәм башҡа мэтрҙар тикшерҙе. Аяҡтарыбыҙ дерелдәй ине. Иң мөһиме – беренсе аҙым яһау. Артабан яҡшы кәйеф менән: "Беҙ был донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәкбеҙ!, тип барырға кәрәк тине Йәлил Сөләймәнов.

Күргәҙмә 21 майға тиклем дауам итәсәк. Иң яҡшы эштәр сентябрҙә Третьяков галереяһы залдарында үтәсәк "Рәсәй йәшлеге" Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе өсөн һайлап алынасаҡ.

Адресы: Революцион урамы, 34. Телефон: +7 (347) 250-49-24.

 

https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-otkrylas-respublikanskaya-vystavka-molodye-hudozhniki-bashkortostana

 

Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» Республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» Республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» Республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» Республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» Республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» Республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» Республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» Республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» Республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» Республика күргәҙмәһе асылды
Автор:
Читайте нас