Акция Республика халыҡтарының Милли кейем көнөнә арналған. Күргәҙмә ансамблдең музейында 20 апрелдә көндөҙгө сәғәт 12-нән 3-кә тиклем эшләйәсәк, инеү ирекле. Күргәҙмә сиктәрендә ғәскәровсылар Рәсәй халыҡтарының милли кейемдәре һәм биҙәүестәре коллекцияһын ансамбль репертуарындағы бейеүҙәргә нигеҙләнеп тәҡдим итәсәк. Фәйзи Ғәскәров ҡуйған биҙрә менән боронғо бейеүгә уникаль биҙәүестәр экспозицияла айырым урын биләйәсәк. Ансамбль музейында билдәле фотограф Эдуард Дилмөхәмәтовтың эштәре тәҡдим ителә. Күргәҙмә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле оркестрынан музыкаль биҙәлеш менән үтәсәк. - Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған күргәҙмә сиктәрендә Ғәскәров исемендәге ансамблдең лимитланған коллекцияһы менән таныштырыу була. Милли кейем көнөнә ғәскәровсылар бренд продукцияһын - кейем-һалым, наклейкалар, кепкалар һәм башҡа уникаль дизайнлы продукция тәҡдим итәсәк. Дизайн нигеҙендә 1960 йылдарҙағы ансамбль концерттарына раритет афишалары алынған, хәҙер улар музейҙа һаҡлана, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына ансамблдең музей мөдире Элиза Сынбулатова. Күргәҙмәлә шулай уҡ Ғәскәров исемендәге ансамблдең алдынғы артистары һәм почетлы ветерандары ҡатнашасаҡ. Күргәҙмәгә килгән һәр кем ансамблдең бейеүҙәренә костюмдар һәм биҙәүестәр кейеп ҡарай, лимитланған коллекциянан кейем һатып ала һәм махсус биҙәлгән фотозонала иҫтәлекле фотоға төшә ала.
Авторы: Ләйлә Аралбаева