+30 °С
Ясно
Новости
19 Апреля 2023, 18:00

Өфө археология музейы һәм    А.С. Пушкин исемендәге  һынлы сәнғәт музейы экспонаттар менән алмаша

Өфөгә «Троя Алтыны» килде, ә сарматтарҙың алтыны Мәскәүгә юлланды.

24 апрелдә Өфөлә һирәк күргәҙмә асыла - Өфө археология музейында Пушкин музейынан ситтә тәүге тапҡыр Герман Шлимандың коллекцияһынан ҡиммәтле ҡомартыларҙы күрергә мөмкин буласаҡ.  Күргәҙмәлә шулай уҡ Меровингтар осорондағы (Франция, 7 быуат) урта быуат ювелир сәнғәте һәм археологтарҙың Көнсығыш Европа биләмәһендә тапҡан ҡиммәттле әйберҙәре  лә күрһәтелгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта тәүге тапҡыр күргәҙмәгә ҡуйылған. Бөгөн, 19 апрелдә, әҙерләнгән экспозицияны  А.С. Пушкин исемендәге  һынлы сәнғәт музейы директоры Елизавета Лихачёва һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «ҡабул итте».

«Шуныһы ҡыуаныслы: ошондай ауыр йылдарҙа ла беҙ кешеләрҙе сәнғәт менән таныштырыу мөмкинлегенә эйә. Әлеге күргәҙмә Өфө халҡында һәм ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, ә Өфөнөң «алтын сармат»ына мәскәүҙәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары яратып барыр, тип уйлайым. Был Өфөнөң 450 йыллығына бик шәп бүләк, киләһе йылда юбилейға күмәкләп тағы ла берәй иҫ киткес бүләк әҙерләрбеҙ тип ышанабыҙ», - тине Әминә Шафиҡова.

«Ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашлығы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Бындай алмашыу сармат мираҫын киңерәк һәм сағыуыраҡ итеп күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк, ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында етерлек кимәлдә  өйрәнелмәгән. Бынан тыш бөгөн ил төбәктәре, музейҙар араһында мәҙәни бәйләнештәр - ул «күргәҙмә хаҡында» ғына түгел, ә Рәсәй мәҙәниәтен берләштереү, һаҡлау факторы хаҡында ла “ , - тип һөйләне Елизавета Лихачёва.

Шулай уҡ Пушкин исемендәге дәүләт һынлы сәнғәт музейы директоры Филиппов ҡурғандарында ҡаҙыу эштәре хаҡында нәфис фильм төшөрөү  идеяһы булыуын билдәләне. 

Мәскәүҙә «Сармат башлыҡтары алтыны» күргәҙмәһе 25 апрелдә асыла. Экспозиция әҙер, уның өсөн ваҡытлыса күргәҙмәләр өсөн тәғәйенләнгән  Аҡ зал бүленгән. Ике алмашыу күргәҙмәһе лә 23 июлгә тиклем эшләйәсәк.

Бөгөн шулай уҡ  “Башинформ”да матбуғат конференцияһы уҙҙы, унда күргәҙмәнең уникаль экспонаттары тураһында һүҙ барҙы.

 Олег Яровиков, Валерий Шахов фотолары

Өфө археология музейы һәм    А.С. Пушкин исемендәге  һынлы сәнғәт музейы экспонаттар менән алмаша
Өфө археология музейы һәм    А.С. Пушкин исемендәге  һынлы сәнғәт музейы экспонаттар менән алмаша
Өфө археология музейы һәм    А.С. Пушкин исемендәге  һынлы сәнғәт музейы экспонаттар менән алмаша
Өфө археология музейы һәм    А.С. Пушкин исемендәге  һынлы сәнғәт музейы экспонаттар менән алмаша
Өфө археология музейы һәм    А.С. Пушкин исемендәге  һынлы сәнғәт музейы экспонаттар менән алмаша
Өфө археология музейы һәм    А.С. Пушкин исемендәге  һынлы сәнғәт музейы экспонаттар менән алмаша
Өфө археология музейы һәм    А.С. Пушкин исемендәге  һынлы сәнғәт музейы экспонаттар менән алмаша
Автор:
Читайте нас