+19 °С
Облачно
Новости
18 Апреля 2023, 06:00

«Башҡортостандың сигелгән картаһы» проекты

 Проект Башҡортостан Башлығы грантына бойомға ашырыла. Муниципалитеттарҙың мәҙәниәт бүлектәре вәкилдәренең, оҫталарҙың, рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың ғәйәт ҙур эше был. Картаның ҙурлығы — 1,5 метрға 2 метр.Унда республиканың 54 районы һүрәтләнгән. Эштә төрлө материалдар: ярым аҫыл таштар, сәйлән, таҫмалар, күн, кейеҙ, алтын һәм көмөш ептәр, сигеү техникаһы файҙаланыла.

26-28 майҙа Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙғарыла. Сара бер нисә майҙансыҡта ойошторола. Уларҙың береһендә — М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янында «Башҡортостандың сигелгән картаһы» республика проектының презентацияһы була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» хәбәр иткәнсә, картаны оҫталар тулыһынса сигелеп эшләнә. Унда муниципалитеттарҙың тәбиғәт ҡомартҡыларынан тыш, уларҙың биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлекле йолаларын күрергә мөмкин.

– Проект Башҡортостан Башлығы грантына бойомға ашырыла. Муниципалитеттарҙың мәҙәниәт бүлектәре вәкилдәренең, оҫталарҙың, рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың ғәйәт ҙур эше был. Картаның ҙурлығы — 1,5 метрға 2 метр.Унда республиканың 54 районы һүрәтләнгән. Эштә төрлө материалдар: ярым аҫыл таштар, сәйлән, таҫмалар, күн, кейеҙ, алтын һәм көмөш ептәр, сигеү техникаһы файҙаланыла. Проект күп милләтле республиканың берҙәмлеген, уның бай мәҙәни мираҫын, эштә лә, сәнғәт аша ла берләшә алыуын күрһәтә, — ти проекттың кураторы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Зарина Хәсәнова.

Башҡорт дәүләт педагогия университетында өс көн дауамында «Сигеү. Башҡарыу техникаһының төрлөлөгө һәм үҙенсәлектәре» тигән темаға семинар ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Китап-байрам» халыҡ-ара йәрминкәһе барышында Совет майҙанында, Милли музейҙа, Милли китапханала, шулай уҡ нәшриәттәрҙең һәм китап магазиндарының күргәҙмә майҙансыҡтарында төрлө саралар: китап һатыу-күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре, авторҙар менән осрашыуҙар, тасуири уҡыу конкурстары, иң яҡшы әҫәрҙәр буйынса моноспектаклдәр, экранлаштырыуҙар була.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-04-17/v-ufe-na-knizhnoy-yarmarke-kitap-bayram-prezentuyut-proekt-vyshitaya-karta-bashkortostana-3222876


Автор:Ләйлә Аралбаева

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-04-17/f-l-kitap-bayram-y-rmink-end-bash-ortostandy-sigelg-n-karta-y-proekty-men-n-tanyshtyralar-3223140

 

 

«Башҡортостандың сигелгән картаһы» проекты
«Башҡортостандың сигелгән картаһы» проекты
Автор:
Читайте нас