"Ярлыҡау” хәрби драмаһы 45-се Мәскәү Халыҡ-ара кинофестиваленең "Рус премьералары" милли конкурс программаһына инде.
Был конкурс кинофестивалдә тәүге тапҡыр былтыр ойошторолдо. Унда ҡатнашыусыларҙың эштәрен айырым жюри баһалай. Еңеүсе исеме фестивалде ябыу тантанаһында иғлан ителә, уға Көмөш Изге Георгий призы тапшырыла.
Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған «Ярлыҡау» фильмы 4 майҙа киң прокатҡа сыға
Фильм режиссеры - яҡташыбыҙ, билдәле кинорежиссер Айнур Асҡаров. Тәүге тамашасылар картинаны «Русские премьеры» Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә ҡараясаҡ. Бөтә Рәсәй прокатына 4 майҙа сығасаҡ.
«Ярлыҡау» – Мостай Кәрим үҙендә һуғыштан һуң 40 йыл һаҡлап йөрөткән тарих. Мостафа Сафа улы институттан фронтҡа алына, ауыр яралана, әммә фронтҡа әйләнеп ҡайта һәм Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Һуғыш уның тормошонда һәм ижадында тәрән эҙ ҡалдыра, хатта оҙаҡ йылдар үткәс тә шул ауыр көндәргә уйҙары менән әйләнеп ҡайта ине. «Ярлыҡау» – заманға ҡағылышлы булмаған уникаль әҫәр, ул бер кемде лә битараф ҡалдырмай», – ти Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов.
https://vk.com/video-85076499_456247103