+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2023, 11:35

Башҡорт ырыуҙары башлыҡтарының беренсе съезы үтте

-

Башҡорт ырыуҙары етәкселәренең беренсе съезы үҙ эшен генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысында һәм ярҙамында үткәрелгән съезд - башҡорт ырыуҙарының тәжрибәһен берләштерер өсөн ойошторолған башҡорт ырыуҙарының даими Советы эшен башлау ул.

- Ике йыл эсендә башҡорт ырыуҙарының яҡынса өс тиҫтә съезын үткәрҙек. Улар үҙҙәренең эшенең йүнәлештәрен билдәле, етәкселекте һайланы. Быйылғы съезд - ул үҫештең киләһе баҫҡысы. Ырыуҙар араһында аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу зарур. Берҙәмлектә яңы бейеклектәр яуларбыҙ, тип ышанам, - ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов.

Бөтә халыҡ өсөн дөйөм мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн берҙәм майҙансыҡтың кәрәклеген башҡорт ырыуҙары етәкселәре билдәләй - улар был хаҡта пленар ултырыш алдынан белдерҙе.

Түңгәүер ырыуы башлығы Хөрмәтулла Үтәшев был традицияның боронғо булыуын һәм үҫештең стратегик йүнәлештәрен билдәләү хәҙерге заманда көнүҙәк булыуын билдәләне.

- Түңгәүер ырыуы съезында үҙенең өҫтөн мәсьәләләрен һәм пландарын билдәләне. Ошондай уҡ съездарҙы башҡа башҡорт ырыуҙары вәкилдәре лә үткәрҙе. Хәҙер артабан эште дауам итергә кәрәк - берҙәм майҙансыҡта аралашыу. Бындай аралашыу "үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау"ҙан ҡотолоу өсөн дә, бергәләп күләмле проекттар эшләү өсөн дә кәрәк. Башҡорт ырыуҙары башлыҡтары боронғо башҡорт йолаһын да дауам итә - йәшел үлән ҡалҡыу менән дөйөм мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йыйыла, - ти Хөрмәтулла Ғазалиевич.

Ултырышта ҡатнашҡан ҡырҡ башҡорт ырыуының башлыҡтары Советты һәм рәйесте һайланы - ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы Вельмир Аҙнаев. Үҙенең программаһы менән таныштырып, әлеге эш - 1990 йылдарҙа башланған ижтимағи эштең дауамы булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

- Шул йылдарҙа ижтимағи-сәйәси ойошмалар, милли мәҙәниәттәр клубтары барлыҡҡа килде. Беҙ тарихҡа ҡыҙыҡһыныу артыуын күрәбеҙ, башҡорт ырыуҙары тарихына ҡыҙыҡһыныу уяна. Яҙыусы Булат Рафиҡов был хәрәкәттең лидеры булғайны. Әле лә хәтерләйем, күпселек йәмәғәт эшмәкәрҙәре был хәрәкәттең асылын аңламаны һәм ҡаршы сыҡты. Шуға ҡарамаҫтан, Булат Рафиҡов һәм уның көрәштәштәре 1992 йылда Юрматы ырыуы йыйынын ойоштороп үткәрә алды. Шул съезды башҡорт ырыуҙарының хәрәкәте башы тип иҫәпләргә мөмкин, - тине Вильмир Хәйбрахман улы.

Ырыу башлыҡтары яңы ойошманың төп документтары - Башҡорт ырыуҙары советы һәм башҡорт ырыуҙарының эшмәкәрлеге тураһындағы ҡағиҙәләрҙе ҡараны һәм раҫланы.

Автор:Баныу Ҡаһарманова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-04-14/i-erek-voditel-ar-a-ynda-passazhir-y-mere-lg-n-3220165

 

Башҡорт ырыуҙары башлыҡтарының беренсе съезы үтте
Башҡорт ырыуҙары башлыҡтарының беренсе съезы үтте
Автор:
Читайте нас: