— Һеҙ театрҙың традицияларын һәм Ҙур театр менән проекттарҙы дауам итерһегеҙ тип ышанабыҙ, был — Башҡортостан Республикаһының бренды, визит карточкаларының береһе, — тине Наталья Лапшина һәм коллективтың ярҙам итеренә өмөт белдерҙе.
Ете йыл Башҡорт опера театрына етәкселек иткән Илмар Әлмөхәмәтов Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына эшкә күсте, 12 апрелдән ул юғары уҡыу йортоноң ректоры вазифаһын башҡара.