+31 °С
Ясно
Новости
10 Апреля 2023, 06:00

Оҫталыҡ дәресе

11 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда гитарала уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола. Уны «Дәрүишхан» рок төркөмө гитарасыһы Надир Юлбарыҫов үткәрә.

Сарала гитараны дөрөҫ һайлау һәм уйын ҡоралының яңғырашының нимәгә бәйле икәнлеге тураһында һөйләйәсәктәр. Уҡытыусы гитараны көйләргә, ҡулдарҙы дөрөҫ ҡуйырға өйрәтәсәк, шулай уҡ көй сығарыуҙың төрлө алымдарын күрһәтәсәк.

Билеттарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында һатып алырға мөмкин: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkinskoj-karte/7928-master-klass-po-igre-na-gitare-ot-mastera-nadira-yulbarisova. «Пушкин картаһы» ғәмәлдә.

Сара Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17 адресы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда үтә.

Дәрес киске сәғәт 7-лә башлана.

 

https://kulturarb.ru/ba/news/d%D3%99r%D2%AFishhan-t%D3%A9rk%D3%A9m%D3%A9-gitarisy-nadir-yulbary%D2%ABov-o%D2%ABtaly%D2%A1-d%D3%99rese-%D2%AFtk%D3%99r%D3%99

 

Оҫталыҡ дәресе
Оҫталыҡ дәресе
Оҫталыҡ дәресе
Автор:
Читайте нас