+20 °С
Дождь
Новости
10 Апреля 2023, 10:00

Моң урғылды Ишембайҙан

8 апрелдә, Ишембай Ҡала мәҙәниәт һарайында «Торатау моңо» башҡорт хор коллективтары һәм вокал ансамблдаренең IV Асыҡ республика фестиваль-конкурсы үтте.

 

Был сараға республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан барлығы 32 заявка ҡабул ителде - Дәүләкән, Миәкә, Архангель, Ишембай, Благовар, Федоровка, Балаҡатай, Туймазы, Илеш, Бәләбәй, Көйөргәҙе райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Учалы, Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан 500-гә яҡын ҡатнашыусы йыйылды.

«Торатау моңо» башҡорт хор коллективтары һәм вокал ансамблдаренең IV асыҡ республика фестиваль-конкурсын үткәреү өсөн Ишембай ҡалаһы осраҡлы һайланманы. Конкурс данлыҡлы яҡташыбыҙ - республикала билдәле хормейстер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» почет билдәһе кавалеры, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт илсеһе Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанованың башланғысы менән ойошторола.

- Беҙ Бәләбәй ҡалаһынан килдек, Ишембайҙа беренсе тапҡыр. «Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ ансамбленә 1998 йылда нигеҙ һалынған, - тип уртаҡлашты ансамблдең етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова. - Әлбиттә, ковидҡа карантин осоронда онлайн-форматта ҡатнаштыҡ, ләкин бындай уңыштарға өлгәшеп булманы. Бөгөн Гран-При яулауыбыҙ беҙҙең өсөн көтөлмәгән ҡыуаныс. Ишембай халҡына, сараны ойоштороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Айһылыу Вәхитова

 

Автор фотолары.

https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-6/2023-04-09/mo-ur-yldy-ishembay-an-3212209?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=23747558

 

 

Моң урғылды Ишембайҙан
Моң урғылды Ишембайҙан
Моң урғылды Ишембайҙан
Моң урғылды Ишембайҙан
Моң урғылды Ишембайҙан
Моң урғылды Ишембайҙан
Моң урғылды Ишембайҙан
Моң урғылды Ишембайҙан
Моң урғылды Ишембайҙан
Автор:
Читайте нас