Акцияла офлайн режимында ҡатнашырға теләүселәр өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Милли музейҙа һәм «Арт-Квадрат» киңлегендә диктант яҙыу ойошторола.
20 апрелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
— сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;
— 12-се яртынан 12-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;
— 1-се 5 минуттан 1-се яртыға тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн.
Һәр кем диктантты өйҙә үҙ аллы яҙырға мөмкин. Яҙып бөткәс, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, 2023 йылдың 23 апреленә ҡәҙәр [email protected] электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа ебәрергә кәрәк.
Әгәр онлайн режимында яҙыу мөмкинлеге булмаһа, тура эфир видеоһын рәсми сайтта 23 апрелгә тиклем ҡарарға була.