7 апрелдә "УФТАНМА" башҡорт ижадханаһының сираттағы сараһы Stand-Up форматында үтәсәк. Унда Stand-Uper сифатында Шәһит Хамматов, Нияз Абдуллин, Рәлиә Йәһүҙина (Рәлиә Королек), Розалина Ибраһимова, Зөлфәр Әхмәтов, АЛИШЕР, Урал Бикбов, Артур Йәғәфәров (башкирский китаец) ҡатнашасаҡ. Улар үҙҙәренең тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе тоҙло-боросло, матур-татлы итеп тамашасыға һөйләргә вәғәҙәләй.
"УФТАНМА" башҡорт ижадханаһының сираттағы сараһын Stand-Upҡа йүнәлтергә булды, сөнки был жанр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең башҡорт йәштәре араһында һуңғы арала ни өсөндөр юғалып ҡалды, шуға ла уны ҡабаттан тергеҙергә уй-ниәт бар.
Сара 7 апрель 19:00 сәғәттә Кустарная урамы, 17-се йорт адресы буйынса үтәсәк.
Билеттар алыуҙа Пушкин картаһы программаһы эшләй: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkins..
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (927) 333-95-56.
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ФОНДЫ
ДОМ КУЛЬТУРЫ РЦНТ
Башкирская Открытая Лига КВН