8 апрелдә Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән йырсылар араһында Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә Республика вокал сәнғәте фестивале үтә. Фестивалдә Салауат Низаметдиновтың әҫәрҙәрен башҡарыусы вокаль ансамблдәр, бәләкәй формалы коллективтар, солист–вокалистар ҡатнаша. Жюри Составына Башҡортостандың билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары инә. Салауат Низаметдинов - Башҡортостан Республикаһының сағыу профессиональ композиторҙарының береһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты, Рәсәй композиторҙар союзының Д.Шостакович исемендәге, Филантроп халыҡ-ара премиялары лауреаты. Салауат Әхмәҙи улы оҙаҡ йылдар күреү һәләтенән мәхрүм башҡарыусыларға, үҙешмәкәр композиторҙарға ярҙам итте.
Фестивалде Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан республикаһы йәмәғәт ойошмаһы.