+29 °С
Ясно
Новости
29 Марта 2023, 06:00

«Звезда-2023» Бөтә Рәсәй йыр конкурсында Башҡортостандан Дияна Ишниязова сығыш яһай

«Звезда» - Рәсәйҙең бөтә 89 төбәге вәкилдәре ҡатнашҡан тәүге музыкаль бәйге. Конкурс майҙансығында илдең төрлө төбәктәренән иң талантлы һәм сағыу башҡарыусылар йыйыла.

«Звезда» телерадиокомпанияһы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы булышлығында «Звезда -2023» Бөтә Рәсәй йыр конкурсы эфирын башлай. «Звезда» - Рәсәйҙең бөтә 89 төбәге вәкилдәре ҡатнашҡан тәүге музыкаль бәйге. Конкурс майҙансығында илдең төрлө төбәктәренән иң талантлы һәм сағыу башҡарыусылар йыйыла. Вокалистарҙың башҡарыу оҫталығын  Рәсәй тамашасыларының тауыш биреүе һәм музыка өлкәһендәге  танылған эксперттар билдәләй. Яңы миҙгелдә Башҡортостан Республикаһынан йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дияна Ишниязова сығыш яһай. Жюри ағзаларының фекере буйынса финалға үтмәгән осраҡта, телевизор ҡараусылар,  пограмманың тәүге эфирынан алып,  интернет аша үҙ төбәгенең вәкиленә тауыш бирә ала.

«Беҙҙең проект мәҙәни генә түгел, патриотик миссияны ла тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Йырсы үҙе генә түгел, ул йәшәгән төбәк тә еңеүсе була», - тиҙәр конкурсты ойоштороусылар. Эфирҙар һәм тауыш биреү 2023 йылдың 8 апреленән аҙна һайын уҙғарыла. Был көндәрҙә телевизор ҡараусылар  Рәсәйҙең иң  көсла вокалистары менән танышасаҡ. Тауыш биреү көндәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте телеканалдың сайтынан алырға мөмкин:  зазвезду.рф (сайт 2023 йылдың 8 апреленән эшләй башлай).

«Звезда-2023» Бөтә Рәсәй йыр конкурсында Башҡортостандан Дияна Ишниязова сығыш яһай
«Звезда-2023» Бөтә Рәсәй йыр конкурсында Башҡортостандан Дияна Ишниязова сығыш яһай
Автор:
Читайте нас