+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2023, 15:00

Сибайҙа «Осҡон» башҡорт видеоһы фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды

Төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә дипломдар һәм приздар тапшырылды. Жюри составына республиканың кино һәм видео төшөрөү өлкәһендәге эксперттар – актриса Рушана Бабич, сценарист Шәүрә Шәкүрова, режиссер Айнур Асҡаров, медиаменеджер Антон Пряжевский, клипмейкер Батыр Ғәлимов, телевидение алып барыусыһы Ләйсән Мәзитова, шулай уҡ Силәбе ҡалаһынан билдәле видеооператор Тимур Сәфиуллин инде.  

"Беҙҙең конкурс күп кенә профессиональ кино эшмәкәрҙәрен берләштерҙе. Уларҙың һәр береһе конкурсты тергеҙеүҙе хуплай, уҡыуға һәм стажировкаға исемле сертификаттар бирә. Видео төшөргән һәм быны яҡшы эшләргә өйрәнергә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Беҙҙең миссия –

кинола һәм видеожанрҙарҙа сифатлы милли контентты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, - тип һөйләне «Башинформ»ға проект етәксеһе Әлиә Яхина-Иванова. - Был йәһәттән потенциаль ҡатнашыусыларға лабораторияларыбыҙҙың педагог-эксперттары ярҙам итә ала. Фестивалде тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында ла Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Зөһрә Бураҡаева етәкселегендәге БР кинематографистар Союзы, Булат Йосоповтың кино мәктәбе, Нәркәс Искәндәрованың «СинемаДжой» кино мәктәбе, Айнур Асҡаровтың «Медиастарт» креатив индустриялар үҙәге, Башҡортостандың шаяндар һәм тапҡырҙар клубының асыҡ лигаһы ихлас хупланы, шулай уҡ «Китап» нәшриәте «КитапТрейлер» номинацияһында еңеүселәр өсөн исемле бүләктәр тапшырҙы.

 

Конкурс тарихы 2016 йылда башлана, 2018 йылға тиклем ул Силәбелә үткәрелә. Өс йыллыҡ тәнәфестән һуң конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды һәм БР граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тергеҙелде. Конкурсты ойоштороусылар - «Силәбе өлкәһе башҡорт йәштәре союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, БР драматургия һәм режиссура үҙәге һәм Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы.

 

Конкурс йомғаҡтары:

 

«Мультфильмды башҡорт телендә яңғыратыу» номинацияһы:

 

Иң яҡшы эш - «Аҡтырнаҡ Аҡтүштә ҡунаҡта» йәнһүрәтенән өҙөк, авторы - Әхмәҙиев Эльдар.

 

«Социаль ролик» номинацияһы:

 

I урын - "Үҫеп еткәс мин кем булам? авторы Байғолина Сулпан,

 

II урын - "Ашыҡма", авторы Ҡудашев Илгизәр,

 

III урын - Буллинг, етәксеһе Динара Әбдрәшитова, “Драмквадратик” кинолабораторияһы, Шамонино мәктәбе.

 

“Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы” номинацияһы:

 

Иң яҡшы режиссер эше – “Хәйбулла" фильмы, режиссеры Шәйхетдинов Рөстәм,

 

Иң яҡшы актерҙар ансамбле - “Ап-аҡ ҡар” фильмы, режиссеры Иҫәндәүләтова Вилена,

 

Иң яҡшы оператор эше - “А” фильмы, режиссеры Жукова Татьяна.

 

«Киномәктәп» категорияһы:

 

I урын – “Кем һуңғы?" фильмы, режиссеры - Пигалев Павел,

 

II урын – “Асҡыс" фильмы, режиссеры - Дәүләтбирҙин Илшат,

 

III урын - «Мин һинең дуҫың» фильмы, режиссеры - Ғәлиәкбәрова Регина.

 

 

“Документаль ҡыҫҡа метражлы фильм” номинацияһы:

 

I урын - «Замандаш» фильмы, режиссеры - Ғайсин Рөстәм,

 

II урын – “Шәжәрә" фильмы, режиссеры - Бирғәлин Вадим,

 

III урын - «Башҡорт шәле - Ейәнсураның алтын мираҫы» фильмы, режиссеры - Оморҙаҡов Морат.

 

 

«КитапТрейлер» номинацияһы:

 

Иң яҡшы эш – “Урал батыр аманатына тоғро ҡалайыҡ”, авторҙары - Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатының “Рәми” Медиаүҙәге, етәксеһе - Кейекбирҙина Шәүрә.

 

«Милли Медиа» номинацияһы:

 

I урын - Мозафаров Ринат - “Атай”,

 

II урын - Круглов Владислав, («Минең беренсе клибым" лабораторияның коллектив эше) “Ҡара тауыҡ”,

 

III урын - Мөлөкова Нурзилә "Шырпы ҡабы".

 

 

«ОСҠОН» башҡорт видеоһы фестиваленең «Мәғәнә һәм ҡиммәттәр өсөн" махсус призы:

 

“Ағалы-энеле”, режиссеры Ерғолова Айгөл,

 

"Туған тел ғаиләнән башлана. Стикерҙар”, авторы Юлтаев Руслан,

 

"Беҙ - Башҡорттар", авторы - Ғәлимова Әлиә.

 

 

"Ижадта тәүге һәм ышаныслы аҙымдары өсөн" “ОСҠОНсоҡ” махсус призы:

 

“Шайтан менән Ялҡау", авторы - Ишемғужин Арыҫлан,

 

"Яҙмыш", авторҙары - Үтәбаева Айгөл, Ҡарамышева Зилиә, Ҡарамышева Фирзәлиә, Мәхмүтова Лиана, Яныбаева Ынйы һәм Арыҫлан

"Смайл ТВ" телестудияһының балалар коллективы, етәксеһе Иҙрисова Гөлнара Юлаевна (Сибай ҡалаһы балалар ижады үҙәге)

 

"Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле!" етәксеһе - Рәсембәтова Айгөл Рәшит ҡыҙы.

 

“Тамашасылар һөйөүе призы":

 

Кем һин? авторы Сурин Илдус

 

“Мөхәббәт ямғыры”, Венер Фәйзуллин (“Минең беренсе клибым” лабораторияһының коллектив эше).

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-03-28/v-sibae-podveli-itogi-festivalya-konkursa-bashkirskogo-video-oskon-3195146

 

Сибайҙа «Осҡон» башҡорт видеоһы фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды
Сибайҙа «Осҡон» башҡорт видеоһы фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды
Сибайҙа «Осҡон» башҡорт видеоһы фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды
Сибайҙа «Осҡон» башҡорт видеоһы фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды
Автор:
Читайте нас: