-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2023, 12:00

"Башҡорт йыры" фестиваль-конкурсының яңы миҙгеле төшөрөлдө

Ижади ярыш бер нисә этапта үтә, уларҙың һәр береһе Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм «Ҡурай ТВ» каналында аҙна һайын сыҡҡан тапшырыуҙарҙа яҡтыртыла. Йыл аҙағында конкурс еңеүселәре йомғаҡлау гала-концертында ҡатнаша.

Конкурста 18-40 йәшлек профессиональ һәм үҙешмәкәр башҡорт халыҡ йырҙарын һәм ретро-йырҙарын башҡарыусылар ҡатнаша. Быйыл проектҡа 100-ҙән ашыу кеше ғариза ебәргән, уларҙың 20-һе конкурста ҡатнашыу өсөн һайлап алынған.

- Йылдан-йыл ҡатнашыусылар сағыулығы, профессионализмы, киң вокал диапазоны менән айырылып тора. Мәҫәлән, был миҙгелдә халыҡ блогында конкурсанттар бик һирәк башҡарылған йырҙарҙы тәҡдим итте, эстрада турында, әлбиттә, барыһы ла заманса аранжировка менән йырҙарҙы лайыҡлы башҡара алманы. Конкурс шуның өсөн иҫәпләнгән дә инде, финалға иң яҡшылар ғына сығырға тейеш. Ә был миҙгел быйыл жюри ағзаларына дөрөҫ һайлау яһау еңел булмаясағын күрһәтте. Шуға ҡарамаҫтан, «Башҡорт йыры» фестиваленең һәр ҡатнашыусыһы башҡорт йырҙарын үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индерә, - тип аңлатма бирә «Башҡорт йыры» проекты етәксеһе Рита Өмөтбаева.

«Башҡорт йыры – 2023» йырсыларының башҡарыу оҫталығын Башҡортостандың халыҡ артистары Рөстәм Ғиззәтуллин һәм Азамат Тимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерованан торған компетентлы жюри баһалай.

Конкурс 3 этапта үтә: ҡатнашыусылар жюри һәм телетамашасылар хөкөмөнә үҙ башҡарыуында эстрада, халыҡ һәм ретро-йырҙар тәҡдим итә.

Телефестивалдең яңы миҙгелен Лилиә Әғлиуллина һәм Шәһит Мифтахетдинов алып бара.

«Башҡорт йыры» проектының тәүге сығарылышы киләһе йома, 31 мартта, 20:30 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирына сыға.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт йыры» телевизион фестиваль-конкурсы 2010 йылдан алып уҙғарыла. 10 йыл эсендә проектта 5000-дән ашыу йырсы ҡатнашты, Башҡортостандың алтын фонды өсөн 3000 йыр яҙҙырылды. Төрлө йылдарҙа «Башҡорт йыры» конкурсында бөгөн билдәле башҡарыусылар: Дилара Иҙрисова, Айгиз Ғиззәтуллин, Айгөл Һағынбаева, Иҙел Аралбаев, Марсель Ҡотоев, Заһир Иҫәнсурин, Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар еңеүсе булды.

Ижади ярыш бер нисә этапта үтә, уларҙың һәр береһе Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм «Ҡурай ТВ» каналында аҙна һайын сыҡҡан тапшырыуҙарҙа яҡтыртыла. Йыл аҙағында конкурс еңеүселәре йомғаҡлау гала-концертында ҡатнаша.

«Башҡорт йыры» проекты йыл һайын яңы, сағыу йырсыларҙың исемдәрен асып ҡына ҡалмай, мәҙәниәтте үҫтереүгә, башҡорт музыкаһын пропагандалауға ҙур өлөш индерә. Башҡорт йыры фестиваль-конкурсы киң резонанс алды һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Ҡурай-ТВ телеканалдарының иң әһәмиәтле проекттарының береһенә әүерелде.

 

https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-startoval-novyj-sezon-festivalya-bashkort-jyry

 

"Башҡорт йыры" фестиваль-конкурсының яңы миҙгеле төшөрөлдө
"Башҡорт йыры" фестиваль-конкурсының яңы миҙгеле төшөрөлдө
"Башҡорт йыры" фестиваль-конкурсының яңы миҙгеле төшөрөлдө
"Башҡорт йыры" фестиваль-конкурсының яңы миҙгеле төшөрөлдө
"Башҡорт йыры" фестиваль-конкурсының яңы миҙгеле төшөрөлдө
Автор:
Читайте нас: