+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2023, 16:00

Башҡорт операһы легендаһының тыуыуына 100 йыл

Өфөлә легендар опера йырсыһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы Сәлиғәскәроваға мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы була.  

Үҙенең күп йыллыҡ театр тормошонда Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова Петр Чайковский, Николай Римский-Корсаков, Джузеппе Верди, Александр Бородин, Жорж Бизе операларында, тыуған ил һәм милли композиторҙар спектаклдәрендә 60-тан ашыу төрлө пландағы образдар ижад итә. Башҡорт авторҙарының операларында партияларҙы беренсе башҡарыусы була. Йырсының концерт репертуары бай була. Ул Антон Рубинштейн, Петр Чайковский һәм Камил Сенс-Санс әҫәрҙәрен, Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев һәм Нариман Сабитов, Рәүеф Мортазин һәм башҡа бик күп композиторҙарҙың арияларын һәм романстарын, шулай уҡ рус, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын башҡара.

Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова Бөтә Советтар Союзы буйлап гастролдәрҙә була, «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнә, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы исеменә лайыҡ була.

Башҡорт операһы легендаһының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы сара Халыҡ-ара театр көнөндә 27 мартта 14.00 сәғәттә Ленин урамы, 21 адресы буйынса үтәсәк.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-03-23/v-ufe-otkroyut-memorialnuyu-dosku-legendarnoy-opernoy-pevitse-magafure-saligaskarovoy-3188908

 

Башҡорт операһы легендаһының тыуыуына 100 йыл
Башҡорт операһы легендаһының тыуыуына 100 йыл
Башҡорт операһы легендаһының тыуыуына 100 йыл
Башҡорт операһы легендаһының тыуыуына 100 йыл
Автор:
Читайте нас: