+18 °С
Ясно
Новости
24 Марта 2023, 09:00

“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге

21 мартта Туймазы татар дәүләт драма театры «Артылышфест» фестивале сиктәрендә Өфөлә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Владимир Жеребцов инсценировкаһында Сыңғыҙ Айытматовтың «Йәмилә» повесы буйынса режиссер Айҙар Зариповтың шул уҡ исемле спектаклен тәҡдим итте.

Добавить в предпочтительные источники Google

Спектакль «Кесе Ватан мәҙәниәте» «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты сиктәрендә ҡуйыла. Уның премьераһы 2022 йылдың 29 сентябрендә була.

Сюжет үҙәгендә йәш ҡатындың мөхәббәт тарихы ята. Өйләнешкәндән һуң бер нисә ай үткәс, Йәмилә ҡәйнәһенең йортонда ҡала, ә ире һуғышҡа китә. Колхозда эшсе ҡулдар етмәү сәбәпле, ҡыҙ иренең ҡустыһы үҫмер Сәйет менән бергә иген ташыуҙа ярҙам итә. Колхоз эштәре ваҡытында Йәмилә фронттан яраланып ҡайтҡан Даниярҙы осрата. Улар араһында мөхәббәт хисе барлыҡҡа килә. Әммә тиҙҙән героиня ире һуғыштан ҡайтырға йыйыныуын белә, әммә мөхәббәтте һайлай һәм Данияр менән ауылды ташлап сығып китә. Был мөхәббәттең барлыҡҡа килеү тарихы Сәйет күҙлегенән тапшырыла, ул үҙе лә йәшерен рәүештә еңгәһенә ғашиҡ була.

Спектаклдә төп геройҙарҙың драматик кисерештәре һәм ауылдаштарының ирониялы сығышы аһәңле үрелеп бара. Спектаклдә уйлап сығарылған геройҙар йәшәй, ярата, ғазап сигә һәм былар барыһы ла һуғыш фонында бара.

Тамаша рәссам Зөлфиә Гәрәева башҡарған ҡом анимацияһы менән оҙатыла. Спектакль авторҙары ҡырғыҙ мәҙәниәтенең тотош бер ҡатламын милли музыка менән күрһәтә, был ваҡиғаға үҙенсәлекле моңлолоҡ һәм шиғри нескәлек бирә. Тамашаның композиторы – Вәсил Ғафаров, хореографы – Рәмизә Мөхәмәтшина.

Спектаклде төшөрөүҙә рәссам Булат Ибраһимов, яҡтылыҡ буйынса рәссам Илшат Сәйәхов ҡатнаша.

Ролдәрҙә: Йәмилә – Алһыу Сәйфуллина, Сәйет бала сағында – Булат Исламов, өлкән Сәйет – Данил Нуриханов, Данияр – Илназ Ғаффанов, Сәйеттең әсәһе – Рәсилә Сәлимгәрәева һәм башҡалар.

Спектакль тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә, улар актерҙарҙы тынғыһыҙ алҡыштар менән бүләкләй.

“АРТылышФЕСТ” фестивалендә эксперт советы эшләй, уның составына театр белгесе, тәнҡитсе, Петербург театр журналы редакцияһы мөдире, “Алтын битлек” фестивалендә “Балалар Weekend”ы конкурстан тыш программаһы кураторы Надежда Стоева (Мәскәү), режиссер, театр педагогы, тәнҡитсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре профессор М.М.Королев исемендәге премияның эксперт советы рәйесе, Рәсәйҙең «Алтын битлек» юғары милли театр премияһы жюри ағзаһы Виктор Шрайман (Түбәнге Новгород), шулай уҡ Өфө театр белгестәре Галина Вербицкая (театр тәнҡитсеһе, сәнғәт ғилеме кандидаты, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре) һәм Динә Дәүләтшина (театр белгесе, театр тәнҡитсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре) инә.

Инсценировкала традицион алымдар ҡулланылған. Әммә шуға ҡарамаҫтан, хикәйәләү бөтөнләй иҫ киткес ҡыҙыҡ, мин бында икеләтә оптиканы күрҙем, әйтерһең дә, калейдоскопҡа ҡарайым. Өлкән Сәйет Данил Нуриханов һәм йәш Сәйет – Булат Исламовтың иҫ киткес яңы оптикаһы барлыҡҡа килде. Минең өсөн был асыш. Сөнки ул шундай органик артист, сәхнәлә шундай рәхәтлек менән йәшәй. Мин уның картуф ашауын тағы ла рәхәтләнеп ҡарар инем. Мөхәббәт һәм мөхәббәт тарихы күрһәтелде. Һеҙҙең спектакль миңә профессиональ яҡтан ғына түгел, ә кешелек яғынан да ярҙам итте. Бик күңелһеҙ мәлдәрҙә, бер нәмәгә лә тотона алмаған мәлдәрҙә, тормошто яратыу ҡотҡара, бәхет – тормош тулылығы, һәләт булараҡ ул бик ҡиммәт. Һеҙҙең хикәйәләү геройҙарығыҙҙың сәхнәләге хозурлығы иҫ киткес ҙур көс бирә, - тип аңлатма бирҙе театр тәнҡитсеһе, сәнғәт ғилеме кандидаты, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Галина Вербицкая.

- Бөгөн мин шул тиклем ҡыуанып ултырҙым. Тап бөгөн тыуған интонация минең өсөн бик тулҡынландырғыс, - тип билдәләне Театр белгесе, театр тәнҡитсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Динә Дәүләтшина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 19-27 мартта Өфөлә «АРТылышФЕСТ»Республика театр фестивале үтә. Программала Башҡортостандың алдынғы театр коллективтарының иң яҡшы постановкалары тәҡдим ителгән. Форумда Башҡортостандан – Өфөнән, Салауаттан, Стәрлетамаҡтан, Сибайҙан, Туймазынан 11 профессиональ театр коллективы ҡатнаша. Туғыҙ фестиваль көнө дауамында Өфөнөң төп мәҙәни майҙансыҡтарында төрлө аудиторияға – балаларға, йәштәргә, өлкәндәргә иҫәпләнгән 13 спектакль күрһәтеләсәк.

 

https://kulturarb.ru/ru/news/dnevnik-festivalya-arylyshfest-dzhamilya

 

“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
Автор:
Читайте нас