-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2023, 14:00

“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге

19-27 мартта Өфөлә «АРТылышФЕСТ» Республика театр фестивале үтә. Программала Башҡортостандың алдынғы театр коллективтарының иң яҡшы спектаклдәре тәҡдим ителгән. Форумда Башҡортостандан – Өфөнән, Салауаттан, Стәрлетамаҡтан, Сибайҙан, Туймазынан 11 профессиональ театр коллективы ҡатнаша. Туғыҙ фестиваль көнө дауамында Өфөнөң төп мәҙәни майҙансыҡтарында төрлө аудиторияға – балаларға, йәштәргә, өлкәндәргә иҫәпләнгән 13 спектакль күрһәтеләсәк.  

Республика театр фестивале программаһында сюжеттарҙың, геройҙарҙың һәм жанрҙарҙың күп төрлөлөгө тәҡдим ителә. Әкиәт, трагикомедия, ғаилә драмаһы, тылсымлы әкиәт, шиғри-музыкаль мелодрама, шиғри драма, комедия, бер мөхәббәт тарихы — һәр тамашасы үҙенә оҡшаған спектакль таба ала.

Фестивалдең икенсе көнө А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының "Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы" спектаклен күрһәтеү менән билдәләнде.

Ҡатын-ҡыҙҙың бәхетле тормошто һайлау хоҡуғы Дауыт Юлтый пьесаһының нигеҙ ташы була. Инсценировка авторы – яҙыусы, сценарист, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева. Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Рөстәм Хәкимов.

Башҡорт әҙәбиәте классигы Дауыт Юлтыйҙың Сибай башҡорт драма театры башҡарыуындағы әҫәре яңы төҫтәр менән биҙәлгән. Тамашасыға ҡыҙҙың, ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттә роле һәм урыны тураһында заманса ҡараш тәҡдим ителә. Ҡатын-ҡыҙҙың үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу ынтылышы бөтә хикәйә аша үтә. Инсценировка авторы Зөһрә Бураҡаева аңлауынса, кешенең эске азатлығын бер нимә лә сикләмәй һәм тормош юлын һайлау мөмкинлеген һәр ваҡыт бар һәм беҙ быны классик пьесаның хәҙерге заман трактовкаһында күрәбеҙ.

Спектаклдә үҙ заманы өсөн алдынғы башҡорт ҡатын-ҡыҙы Әлимәнең яҙмышы күрһәтелә, ул үҙенең тырышлығы, ҡаҡшамаҫ ихтыяры һәм көслө характеры арҡаһында үҙ заманы өсөн юғары үрләй: белем ала һәм ярлыларҙың балаларын уҡырға өйрәтә башлай.

Әлимәнең яҙмышына күп һынауҙар төшә, әммә яла яғыуға, дини фанатиктарға, властарҙың баҫымына ҡарамаҫтан, сыҙап ҡала. Повеста психологик образдар һәм көтөлмәгән сюжет боролоштары күп, улар, һис шикһеҙ, инсценировканы һәм постановканы байытып ҡына ҡалмай, ә тамашасы өсөн бөтөнләй яңыса асалар.

Балаларға белем кәрәклеге, китапҡа һөйөү, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ һәләттәре тәрбиәләнгән башҡорт ғаиләһе тураһында тулҡынландырғыс хикәйә. Пьеса шул ваҡыттағы байҙарҙы икенсе ракурстан күрһәтә. Белемгә һәм эшҡыуарлыҡҡа ынтылыш бер-береһенә ҡаршы килмәй, ә бер-береһен тулыландыра.

Дауыт Юлтыйҙың еңел булмаған яҙмышы "Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы" кеүек әҫәрҙең барлыҡҡа килеүен билдәләй. Ул ваҡыттағы көнүҙәк мәсьәлә – белем биреү, мәғариф кәрәклеге бөгөнгө көнгә тиклем көнүҙәк. Әлимәне Сибай театрының йәш, сағыу актрисаһы Юлиә Мөхәмәтйәнова уйнай, һәм ул героиняның характерын ентекләп еткерә ала. Бөтә труппа илһамланып үҙ ролдәренә ҡушыла: Өммәтҡол — Әлимәнең атаһын Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин уйнай, ә Мырҙаш ҡартты Илгиз Әбдрәшитов кәүҙәләндерә. Постановкала беҙ шул осор атмосфераһын да, хәҙерге заман менән параллелдәрҙе лә еткерергә тырыштыҡ. Пьесала күтәрелгән һорауҙар һәр тамашасының йөрәгендә яңғыраясаҡ, тип ышанам, - тип аңлатма бирҙе Рөстәм Хәкимов.

Режиссер шулай уҡ Өфөлә бөтә республиканан 11 театр йыйылған фестивалде ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе:

- Ижад ул һәр саҡ эҙләнеү, тамашасыларҙан, профессиональ тәнҡитселәрҙән һәм сәхнә оҫталарынан кире бәйләнешһеҙ мөмкин түгел. Башҡа театрҙарҙағы коллегаларыбыҙ менән аралашыу ҙа мөһим. Сөнки хеҙмәттәшлек кенә үҫеш тыуҙыра, үҫеш бирә. Шуға күрә бындай аралашыу майҙансығы булыуына шатбыҙ һәм фестивалде ойоштороусыларға рәхмәтлебеҙ, - тип билдәләне ул.

Бәхет – һәр кеше теләгән нәмә. Әммә ул уның өсөн көрәшергә, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға әҙерме? Башҡорт ауылынан йәш Әлимәнең XX быуат башында үҙ-үҙе булып ҡалыу һәм бәхетле булыу теләге беҙгә ысын кеше өлгөһө булып тора. Башҡорт әҙәбиәте классигы Дауыт Юлтый һүрәтләгән тарих хисле, фәһемле һәм бөгөнгө көнгә тиклем актуаль. Бының дәлиле булып спектаклде тамашасыларҙың йылы ҡабул итеүе һәм бөтә актерҙарға оҙайлы алҡыштар тора.

Билдәләп үтәйек, фестиваль йыл һайын уҙғарылған «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектының традицион театр декадниктары нигеҙендә барлыҡҡа килде. Был үҙенсәлекле ижади смотр, унда республика театрҙары - проектта ҡатнашыусылар Башҡортостандың баш ҡалаһында үҙҙәренең спектаклдәрен тәҡдим итә.

“АРТылышФЕСТ” фестивалендә эксперт советы эшләй, уның составына театр белгесе, тәнҡитсе, Петербург театр журналы редакцияһы мөдире, “Алтын битлек” фестивалендә “Балалар Weekend”ы конкурстан тыш программаһы кураторы Надежда Стоева (Мәскәү), режиссер, театр педагогы, тәнҡитсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре профессор М.М.Королев исемендәге премияның эксперт советы рәйесе, Рәсәйҙең «Алтын битлек» юғары милли театр премияһы жюри ағзаһы Виктор Шрайман (Түбәнге Новгород), шулай уҡ Өфө театр белгестәре Галина Вербицкая (театр тәнҡитсеһе, сәнғәт ғилеме кандидаты, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре) һәм Динә Дәүләтшина (театр белгесе, театр тәнҡитсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре) инә.

 

https://kulturarb.ru/ru/news/zavershilsya-vtoroj-den-teatralnogo-festivalya-artylyshfest

 

“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
“АРТылышФЕСТ" театр фестивале көндәлеге
Автор:
Читайте нас: