ГИТИС ректоры Григорий Заславский уларҙың уҡыу йорто шулай уҡ студенттарҙы маҡсатлы уҡытыу буйынса ҡабул итә тип һөйләне. Театр вузын тамамлағандан һуң сығарылыш уҡыусылары үҙ төбәктәренә, мәҙәниәт учреждениеларына эшкә ҡайта. Уның һүҙҙәренсә, ГИТИС шулай уҡ юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙың төбәк театрҙарында спектаклдәр ҡуйыуын берлектә финанслауҙа ҡатнаша.
"ГИТИС -та Башҡортостан студенттары ла уҡый. Бөгөнгө көндә иң һәләтлеләрҙе һайлап алыу беҙҙең өсөн мөһим, ә улар уҡыуҙы тамамлағандан һуң үҙ төбәктәренә ҡайтырға тырышһын, быны һөргөн тип түгел, ә уңыш тип ҡабул итһендәр ине. Башҡортостанда сығарылыш уҡыусыларыбыҙға яҡшы эш һәм торлаҡ тәҡдим итеп ярҙам итерҙәр тип ышанам», - тине Григорий Заславский.
Өсөнсө «Арт-Ҡоролтай» форумы сиктәрендә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы менән ГИТИС араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.