+4 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март , 17:00

Ҡырым яҙы

“Баҡсаһарай фонтаны” спектакленән архив фотографиялар күргәҙмәһе

18-31 мартта Рәсәйҙә Ҡырымдың Рәсәй составына ҡушылыуы билдәләнә. Ҡырым рәсми рәүештә Рәсәй Федерацияһы составына 2014 йылдың 18 мартында ингән.

Илдә, республикала был датаға бәйле “Ҡырым яҙы” тигән уртаҡ исем аҫтында күп һанлы фестивалдәр, Ҡырымдың туристик маршруттары менән танышыуҙар, Ҡырым продукцияһын етештереүселәр йәрминкәләре, магазиндарҙа махсус акциялар, был төбәк кухняһының ризыҡтарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, Ҡырым һәм Севастополгә бағышланған фотокүргәҙмәләр, әҙәби уҡыуҙар, музыкаль, спорт һәм башҡа саралар уҙа.

Өфө “Нур” татар дәүләт театры ла был матур акциянан ситтә ҡалманы. “Баҡсаһарай фонтаны” спектакленән архив фотографиялар күргәҙмәһе тамашасыларҙы Ҡырым риүәйәте менән таныштырасаҡ. Спектакль нигеҙенә яуыз Гирәй хандың гүзәл Марияға мөхәббәт тарихы һалынған. “Баҡсаһарай фонтаны”ның премьераһы 2000 йылда булды. Режиссеры - Әлфиә Хәбибрахманова.

Ҡырым яҙы
Ҡырым яҙы
Автор:
Читайте нас в