+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2023, 15:00

Лилиә Ғүмәрова:

Башҡортостан Мәҙәни башланғыстар Президент Фонды конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы ТӘҮГЕ 20 төбәк иҫәбенә инде

Лилиә Ғүмәрова:
Лилиә Ғүмәрова:

Башҡортостан Мәҙәни башланғыстар Президент Фондының беренсе грант конкурсы йомғаҡтары буйынса тәүге 20 төбәк иҫәбенә инде һәм 11-се урында билдәләнде. Башҡортостан Республикаһынан 19 ижади проект яҡынса 16 миллион һумға торошло ярҙам алды.  

Дөйөм алғанда, илдең 83 төбәгенән мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә 881 проект грантҡа лайыҡ тип табылған. Конкурстың беренсе этабында Башҡортостан Республикаһы, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан һәм Белгород өлкәһенән ҡалышып, 344 заявка бирҙе. Дөйөм алғанда 3 миллиард һумдан ашыу суммаға 8 меңдән ашыу ғариза бирелгән.

Республикабыҙ еңеүселәре араһында туғыҙ муниципаль учреждение вәкилдәре бар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ете проект ебәргән.

Уҡытыусы һәм остаз йылында «Мәғариф һәм остаз проекттары» тематик йүнәлеше алдынғы урынды биләй: был йүнәлештә 199 башланғыс хуплау тапҡан, шуларҙың 13-ө – Башҡортостан Республикаһы проекттары. Улар араһында балалар өсөн анимация проекты, Рәсәйҙең күсмә халыҡтары торлаҡтарының мобиль күргәҙмәһе, уҙған йылдарҙағы һәм хәҙерге заман геройҙарының ҡаһарманлыҡтары тураһында мәғрифәтселек проекты бар.  

– Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге гранттар – йәмғиәтте үҫтереүҙең, үҫеп килгән быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙең мөһим ҡоралы. Былар барыһы ла күп милләтле илебеҙҙең мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Башҡортостандан сенатор булараҡ, республикабыҙҙың проекттары йолаларға, туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡарата йылылығы һәм һөйөүе менән айырылып тороуын билдәләү ҡыуаныслы булды, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова.

Әлеге ваҡытта конкурстың икенсе этабына ғаризалар ҡабул ителә, ул 2023 йылдың 20 мартында тамамлана.  

Автор:
Читайте нас: