+2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март , 13:00

«Ауаз» фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә

Фестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Муниципаль районы хакимиәте.

«Ауаз» башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәтенең күп жанрлы асыҡ фестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Башҡорт фольклорын һаҡлауға, үҫтереүгә һәм пропагандалауға, башҡорт халҡының этник мәҙәниәте традицияларын асыҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән Проект 2023 йылдың 13-14 апрелендә Башҡортостан Республикаһының Илеш районында Герой-осоусы - ике Тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ерендә үтәсәк.

Фестивалдә үҙешмәкәр халыҡ ижадының бөтә йүнәлештәре һәүәҫкәр коллективтары, ғаилә династиялары һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары, студенттар һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнаша ала.

Фестиваль программаһына «Ата-бабалар мираҫы» халыҡ ижады жанрҙары буйынса фольклор-этнографик экспедиция, ижади лаборатория һәм оҫталыҡ дәрестәре, фольклор коллективтары етәкселәре өсөн түңәрәк өҫтәл, халыҡ ижады номинациялары буйынса конкурс, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре, һынлы сәнғәт йәрминкәһе, «Ауаз» фестивалендә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү инә.

Фестиваль сиктәрендә бейеү коллективтары, вокал коллективтар, инструменталь коллективтар, фольклор коллективтары, биҙәү-ҡулланма ижады (һәм хәҙерге заман сәнғәте) оҫталары номинациялары буйынса конкурстар үткәрелә.

Ҡатнашыуға ғаризалар 2023 йылдың 1 апреленә тиклем Республика халыҡ ижады үҙәгенең электрон адресына тапшырыла [email protected] АУАЗ - 2023 билдәһе менән.

 

https://kulturarb.ru/ru/news/prinimayutsya-zayavki-na-otkrytyj-mnogozhanrovyj-festival-auaz

 

«Ауаз» фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә
«Ауаз» фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә
Автор:
Читайте нас в