Йәш актер Әбйәлил Үтәбаев – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына эшкә 2021 йылда, Рәсәй дәүләт академия Кесе театры ҡарамағындағы «Михаил Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы (институты)»н тамамлағас, килде. Тәүге ролдәре ышаныслы ғына уның: Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың "Арба" әкиәтендәге Егет; Нәзим Хикмәттең “Мөхәббәт тураһында легенда”һында – Дәрүиш; Леонид Соловьёвтың "Хужа Насретдин мажаралары" трагикомедияһында – Сәйханасы Али; Зөһрә Бураҡаеваның "Аҡмулла" ҡиссаһында – Ғөбәйҙулла Йыһангиров; Лилиә Исҡужинаның “Оҙонғолаҡтың Яңы йыл мажаралары” әкиәтендә – Бүре ролдәре менән үҙенең төрлө жанрҙарҙа эшләй алырын күрһәтте. Быларҙан тыш, М.Буранғоловтоң "Башҡорт туйы", И. Казакованың "Аладдин", А.Цигарелиҙың "Ханума" спектаклдәренең күмәк сәхнәләренә лә йәлеп ителде Әбйәлил.
Хәтерегеҙҙәлер, Бөйөк Еңеүгә 77 йыл тулған көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Ф.Әхмәҙиев һәм О.Мусинаның "Герой Йондоҙо" спектакле премьераһы булып үткәйне. Был спектаклдә төп роль – Совет хәрби летчигы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев образын Әбйәлил Үтәбаев һынландырҙы. Тап ошо эше өсөн ул Бишбүләк районының Тимербулат Имашев исемендәге мәртәбәле премияһына лайыҡ булды. Быйыл булдырылған премия, күренекле актер, режиссер, педагог Тимербулат Имашев иҫтәлегенә театр сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн йәш актерҙарға биш йылға бер тапшырылыр, тип күҙаллай район етәкселәре. Бишбүләктә Тимербулат Имашевтың тыуыуына 115 йыл тулыуға ҡарата «Театр. Ижад. Талант.» үҙешмәкәр театрҙар фестивале сиктәрендә тәүге лауреаттарҙы – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Әбйәлил Үтәбаев, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Азат Вәлитов, Рус дәүләт академия драма театры актеры Антон Болдыревты февраль айында бүләкләнеләр.