Республика Халыҡ ижады үҙәгенең матди булмаған мәҙәни мираҫ менән эшләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Рафаэль Ғәзизов һәм Розалия Йәноҙаҡова этнографик экспедиция менән Туймазы районында булып ҡайтты.
Ҡандракүл ауылында йәшәүсе Раян Баһауетдинов, балыҡ тотоу ҡорамалдарын оҫта етештереүсе. Ул баш ҡала ҡунаҡтарына боронғо балыҡ тотоу ҡорамалы - мурҙа эшләү техникаһын күрһәтте. Был боронғо тоҙаҡ, бер-береһенә беркетелгән ике конус рәүешендә, таяҡтарҙан үрелгән. Мурҙа үреү өсөн ғәҙәттә ҡыҙыл тал таяҡтарын ҡулланалар, уларҙы һығылмалылыҡ биреү өсөн эҫе һыуға манып алалар.
Оҫта, миҙгелгә ярашлы, төрлө балыҡ тотоу ҡорамалдарын бәйләй, ҡышҡыһын – бер төрлө, йәйгеһен – икенсе. Ҡышҡыһын таяҡты йомшартыу өсөн ҡар аҫтында тота, ә яҙын бәйләй. Шулай уҡ ул йүкәнән үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Раян Талбетдин улы шәхси музей тота, унда, атап әйткәндә, 30 йыл элек атаһынан ҡалған ҡармаҡ һаҡлана. Ҡармаҡтың үҙенсәлеге шунда: ҡармаҡтың ебе ат йөнөнән эшләнгән.